Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Июль , 16:35

Матур ауылдың күркәм ғаиләһе улар

8 июль – Бөтә Рәсәй Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә “Илебеҙ даны – өлгөлө ғаиләләр” тигән конкурс бара.

Матур ауылдың күркәм ғаиләһе улар
Матур ауылдың күркәм ғаиләһе улар

Гөлиә менән Рәфис Мостафиндар—Йылайыр районы Ҡашҡар ауылының өлгөлө йәш ғаиләләренең береһе. Икеһе ле Ҡашҡар ауылында тыуып үҫкән һәм ошонда төпләнеп, матур донъя көтә.

Ғаилә башлығы—фермер улы, шуға күрә бәләкәй саҡтан ауыл хужалығы эшен белеп үҫә. Гөлиә Сәғәҙәт ҡыҙы уҡытыусылар ғаиләһендә тәрбиәләнә, ата-әсәһенең юлын дауам итеп, Сибай институтына уҡырға инә.

2010 йылда Мостафиндар тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнә. Рәфис Биктимер улы йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә, Гөлиә Ҡашҡар ауыл биләмәһендә эштәр идарасыһы вазифаһын башҡара.

Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы баһадирҙай өс малай буй еткерә. Өлкән улдары Арыҫлан Йылайыр гимназияһында 8-се класты тамамлаған, спорт ярата, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Уртансы улдары Сынтимер Ҡашҡар төп белем биреү мәктәбенең 4-се класын тамамлаған. Тик «бишле» билдәренә генә уҡый, мәсеткә йөрөй, аяттар ятлай. Тиктормаҫ кинйәкәүҙәре Ғәйсәр быйыл 1-се класҡа бара. Малайҙар аталарына оҡшап тыуған ерҙәрен, башҡорт атын ярата.

—Ауылда йәшәүе һис тә ҡыйын түгел, барыһы ла үҙеңдеке,—ти Гөлиә Сәғәҙәт ҡыҙы.—Күптәр нишләп ауылда ҡалдығыҙ, тип тә һорай. Эйе, ситкә сығып йәшәргә йәки эшләргә йәшерәк саҡта бер аҙ теләк бар ине, әммә тәүге улыбыҙ тыуғас, ныҡлы ҡарарға килдек. Ауылда үҙ көсөбөҙ менән күркәм йорт төҙөп сыҡтыҡ, ағастар ултырттыҡ, улдар үҫтерәбеҙ. Һәр береһенә эш тә етерлек, ҡулынан килгәнсә атайҙарына ярҙам итәләр, ҡыҙҙар булмағас, миңә лә булышып ебәрә улдарым. Бер-береһенә терәк, атайҙарына ярҙамсы булһындар, тип изге теләктәр генә теләйбеҙ.

Өс уллы Мостафиндар тыуған ауылдарын йәмләп, ағай-энеһен ҡыуандырып, бер-береһен тулыландырып йәшәүҙәре менән һоҡландыра.

Хөрмәтле дуҫтар, Мостафиндар ғаиләһе өсөн бында тауыш бирергә мөмкин: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll685c025d5945a87c85ae5598

Фото: Ғаилә архивынан.

Автор:
Читайте нас: