Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Июль , 09:30

Граждандарҙа уялыҡ арта

Мутлашыусыларға ҡаршы тора беләләр.  

Граждандарҙа уялыҡ арта
Граждандарҙа уялыҡ арта

Өфөлә финанс грамоталылыҡҡа өйрәнеү көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Ҡалала йәшәүселәр мутлашыусыларҙы хәҙер нығыраҡ таный һәм енәйәт схемаһының юлын быуа. Полиция тарафынан теркәлгән һуңғы миҫалдар был йәһәттән ыңғай динамиканы сағылдыра.

Әлеге ваҡиға 77 йәшлек пенсионер ҡатын менән бәйле. Уға  “Энергосбыт” ойошмаһы хеҙмәткәре итеп үҙен танытҡан мутлашыусы шылтырата. Аферистар ҡатындың бер миллион һумға яҡын аҡсаһын алырға тырыша. Ләкин уяу банк хеҙмәткәрҙәре ваҡытында быны һиҙеп ҡала. Уларҙың оператив эше һөҙөмтәһендә ҡатын үҙенең аҡсаһын һаҡлап ҡала. Шул уҡ ваҡытта полиция уға заманса мутлашыу схемаһы буйынса ентекле инструктаж да үткәрә.

Икенсе бер осраҡ банкомат эргәһендә була. Өфөнән 77 йәшлек пенсионер ҡатын “банк хеҙмәткәрҙәре” шылтыратыуынан аптырап  400 мең һум аҡсаһын таныш булмаған кешеләргә күсерергә әҙер була. Бәхетенә күрә, эргәһендәге битараф булмаған бер ханым уның тынғыһыҙлығына иғтибар итә һәм, полиция саҡыртып, енәйәткә юлды яба.  

83 йәшлек ҡатын менән булған тарих та үҙенсәлекле. Мутлашыусылар шылтыратып, мобиль оператор менән, йәнәһе лә, тиҙ арала “килешеүҙе оҙайтыу” кәрәклеген аңлата. Әбей 640 мең һум аҡсаһын алырға банкка килә һәм, учреждение хеҙмәткәрендә шик тыуып, ваҡытты һуҙыу маҡсатында ҙур сумманы өс көндән бирәсәген әйтә. Ул арала ҡатын улы менән кәңәшләшеп ала. Ошо рәүешле ҡатын мутлашыусылар тоҙағына эләкмәй ҡала.

Был ваҡиғалар Өфөлә финанс аферистарына ҡаршы һөҙөмтәле көс формалашыуы тураһында һөйләй. Бында төп көс хоҡуҡ һаҡлау органдарында  ғына түгел, ябай граждандарҙа, банк хеҙмәткәрҙәрендә лә күренә. Улар гражданлыҡ яуаплылығын тоя белә.

Рәсәй Эске Эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева

Автор:
Читайте нас: