Өфө дәүләт нефть техник университетының «Ҡала сәсәндәре» йәйге мәктәбе «Йәштәр һәм балалар» милли проектына (национальный проект «Молодежь и дети») ярашлы уҙғарылды. Был хаҡта юғары уҡыу йортонан хәбәр иттеләр.
Йәйге мәктәптә 14 йәштән өлкән 16 уҡыусы ҡатнашҡан. Бер нисә аҙна дауамында улар экскурсия ойоштороу нигеҙҙәрен, ҡаланың тарихын һәм мәҙәниәтен, Башҡортостандың халыҡ риүәйәттәрен һәм легендаларын өйрәнгән, ораторлыҡ сәнғәте серҙәрен үҙләштергән һәм үҙ маршруттарын проектлаған. Уҡыу һөҙөмтәһе булараҡ уҡыусылар теләге булған һәр кем өсөн Өфө үҙәге буйлап авторлыҡ экскурсияһын әҙерләгән һәм үткәргән.
"Былтыр уҡ уҡыусылар менән бындай аралашыуҙың файҙалы һәм бөтәһенә лә ҡыҙыҡлы булыуын аңланыҡ. Беҙ мауығып киткән уҡытыусыларҙан һәм студенттарҙан торған команда төҙөнөк, ул йәйге мәктәптең икенсе миҙгеле өҫтөндә эшләй башланы. 2025 йылда йыйылған уҡыусылар үҙенең кимәле менән шатландырҙы – балалар теоретик курстарҙы иғтибар менән тыңланы, һорауҙар бирҙе, нескәлектәр менән ҡыҙыҡһынды, интерактив дәрестәрҙә ҡатнашты. Ә үҙ экскурсияһын әҙерләүгә һәм үткәреүгә улар айырыуса яуаплылыҡ менән ҡараны", - тип билдәләне проект етәксеһе Элина Ғәбиҙуллина.
«Йәштәр һәм балалар» милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәр башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы методикаларын үҙләштереү һәм уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ Донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм “Өҫтөнлөк-2030” программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота.
Фото: https://ugntu.ru