Июнь тиҙ генә үтеп тә китте. Тәүҙә ул ысын мәғәнәһендә йәйге һауа торошо-30 градус эҫе булыуы менән ҡыуандырҙы. Йылғаларҙа һыу йылып, кешеләр ҡомлоҡта ҡыҙынды. Әммә йәйге һауа торошо оҙаҡҡа барманы. Айҙың икенсе яртыһында Башҡортостанда циклон өҫтөнлөк итте, ямғырҙар яуҙы һәм һалҡын булды.
Июлдән нимә көтөргә? Синоптиктар ошо хаҡта һөйләне.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, июль башынан республикала киләһе циклон хаҡимлыҡ итәсәк.
Ул йәнә республиканың күпселек райондарына ямғырҙар килтерә. Оҙайлы ямғырҙар һөҙөмтәһендә республиканың тау һәм бәләкәй йылғаларында һыу кимәле күтәреләсәк, һыуһаҡлағыстарға һыу ағымы артасаҡ. Һыу баҫыу ихтималлығы ла бар, тупраҡ артыҡ дымлы була. Ҡоро һауа торошо Башҡортостанға тиҙ генә әйләнеп ҡайтмаясаҡ. Гисметео порталы июлдең беренсе яртыһында ямғыр вәғәҙә итә. Һауа температураһы көндөҙ +19-ҙан +24 градус. Төндә +13-тән +16 градус. 15 июлдән генә беҙгә ҡояшлы көндәр ҡайтасаҡ.