Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Июнь , 10:43

Помидорҙың япраҡтары ниңә төрөлә?

Сәбәптәре төрлө.

Помидорҙың япраҡтары ниңә төрөлә?
Помидорҙың япраҡтары ниңә төрөлә?

Помидоҙың япраҡтары төрөлә башлауы һыу , калий етмәүен аңлата. Сәскә атмай ҡуйы булып үҫеп ултырһа, тимәк, тупраҡта азот күп. Тиреҫле урынға ултыртҡанһығыҙ.

Был йәшелсәне түбәндәгесә туҡландырырға була.

Бер стакан көл өҫтөнә 5 литр ҡайнаған һыу ҡойоп һыуытабыҙ, унан тағы 5 литр һыу өҫтәйбеҙ. Ошо һыуға йод һәм бер пакет бор кислотаһы һалып эретәбеҙ. Бер тәүлеккә ултыртып торабыҙ. 1 литр төнәтмәне 10 литр һыу менән шыйыҡлатабыҙ ҙа, һәр помидор төбөнә1 литр самаһы ҡойоп сығабыҙ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Автор:
Читайте нас: