Район Советы депутаты — властың халыҡҡа иң яҡын вәкиле, тип ҡыйыу әйтергә була. Ул көн һайын үҙенә ышаныс белдергән халыҡ менән осраша, уларҙың проблемаларын хәл итергә тырыша. Шуға ла уға күберәк кәңәшмәләр залында түгел, ә халыҡ араһында эшләргә тура килә. Сурай округы буйынса район Советы депутаты Валерий Миронов та һайлаусыларҙың проблемаларын ваҡытында сисә.
Депутат булыу өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк? Намыҫлы, әҙәпле, эш һөйөүсән, әүҙем булыу, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеү мөһим, минең уйымса. Депутат булған кеше халыҡ мәнфәғәтенә эшләргә үҙенә яуаплылыҡ ала. Ул граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итә, ҙур сараларҙа, осрашыуҙарҙа, комиссия һәм сессия ултырыштарында ҡатнаша, халыҡ наказын үтәй һәм башҡалар. Валерий Геннадиевич — райондаштарының ышанысын аҡлаған, тырыш, әүҙем, халыҡсан депутаттарыбыҙҙың береһе (һүрәттә).
Валерий Геннадиевич иңдәрендә Рәсәй Ҡораллы көстәренең сик ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү һәм Чечняла үткән хәрби тәжрибә ята (Благовещен ҡалаһы Эске эштәр бүлегендә эшләгәндә ебәрелә). Унан ҡайтҡас, башта төҙөлөш бригадаһы менән етәкселек итә, артабан оҙаҡ йылдар гофрировкалы төрөү материалы етештереүҙә тәьминәт буйынса белгес булып хеҙмәт һала. Хәҙер ул үҙенә эшләй, йөк ташыу менән мәшғүл. Ирекле график уға һайлаусыларының проблемаларын хәл итергә булыша — 2023 йылда уны Сурай ауыл Советына, ә үткән көҙ район Советына депутат итеп һайлайҙар.
Махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға ярҙам — депутаттың мөһим бер эш йүнәлеше. Ул гуманитар ярҙам йыйыу менән шөғөлләнә, халыҡты окоп шәмдәре әҙерләргә йәлеп итә, маскировка селтәрҙәре үреүҙә, яугирҙарға исемле посылкалар әҙерләүҙә ҡатнаша. Ул Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының “Ватан” төбәк йәмәғәт ойошмаһын етәкләй.
Ағымдағы йылдың апрель аҙағында Валерий Миронов, “Ватан” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Арсений Андреев һәм Оло Сухояз ауыл Советы инициативаһы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йөҙөнән ауылдарҙа хәйриә концерты ойошторолдо.
Һәләк булған геройҙарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алыу — район Советы депутаты Валерий Мироновтың даими иғтибар үҙәгендә. Валерий Геннадиевичтың тыуған ауылын үҫтереүгә индергән өлөшөнөң береһе — уның тырышлығы менән 2021 йылда урынлаштырылған “Барлыҡ быуын яугирҙары-сик һаҡсыларына” мемориалы. 2023 йылда уның һәм хәрби дуҫтары инициативаһы менән хәрби хәрәкәттәр, локаль һуғыштар һәм ҡораллы конфликттар ветерандарына стела асылды, ул Хәрби дан аллеяһында лайыҡлы урын алды.
Валерий Миронов бюджет, һалымдар, иҡтисади үҫеш, инвестиция сәйәсәте һәм милек һорауҙары буйынса комиссияның ағзаһы булып тора. 14-се округ биләмәһен төҙөкләндереү — уның депутат булараҡ эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше. Әлеге мәлдә ул Сурай ауылы юлына асфальт һалдырыу менән янып йөрөй.
Беҙҙең депутат спорт ярыштарында ла әүҙем ҡатнаша. Асҡын ауылында республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәге сик һағы ғәскәрҙәре һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының волейбол буйынса турниры үтте. Сарала Асҡын, Ҡариҙел, Мишкә, Балтас райондары, Пермь крайынан командалар ҡатнашты. Мишкәләр Балтас һәм Пермь командалары менән уйнап, еңеү яуланы. Был еңеүҙә Валерий Мироновтың да өлөшө ҙур булды.
Венера Әғләмова.