Һәр кешенең тормошта күңеленә иң яҡыны тыуған төйәгелер. Тайҡаш ауылынан крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Заһит Шафиҡов иһә нәҡ шундай фекерҙә.
Заһит Мөбәрәк улының балалығы уйын уйнап ҡына үтмәгән. Ул саҡтан уҡ ерҙе ярата, йылы һөттөң, хуш еҫле тәмле икмәктең ҡайҙан барлыҡҡа килгәнен аңлай. Тайга ауылынан Тайҡаш мәктәбенә йәйәү йөрөп уҡый, ҡышҡы һыуыҡтарҙа ла, көҙгө бысраҡта ла бер нисә километр юлды үтеү физик яҡтан ныҡ егеткә ауырлыҡ тыуҙырмай. 10-сы класты ул Ҡортлокүл мәктәбендә тамамлай. Артабан армияла хеҙмәт итә, төҙөлөш техникумында уҡый.
1985 йылда Заһит Шафиҡов үҙе аҡса эшләй башлай, Ҡариҙел МПМК-һына мастер булып урынлаша, ике йылдан һуң “Искра” колхозына прораб булып бара. Үткән быуаттың 90-сы йылдары башында был коллектив хужалыҡ ике ауыл хужалығы предприятиеһына бүленә һәм Заһит Мөбәрәк улы Тайҡаш ауылындағы “Сулпан” колхозында эшләргә ҡала. 2003 йылда “Байҡыбаш” МУСП-һына етәкселек итергә тура килә. Ә 2005-тә яңынан Тайҡашҡа ҡайтып, үҙ эшен аса. Был уй уға бер ҙә юҡтан ғына килмәй: ул күпләп мал ҡараған ысын ауыл уҡытыусылары ғаиләһендә үҫә. Ата-әсәһе ете баланы бәләкәйҙән һыйыр һауырға, хужалыҡта эшләргә өйрәтеп үҫтерә. Ә атаһы улына умартасылыҡ һәм быйма баҫыу серҙәрен дә төшөндөрөп ҡалдыра.
Заһит Мөбәрәк улы үҙенең шәхси хужалығын 30 баш малдан башлай. Йылдар үтеү менән тәжрибә лә туплана, хужалыҡ тотороҡло үҫешә бара. Хәҙер КФХ башлығының 240 баш малы иҫәпләнә, шуларҙың 87-һе һыйыр, ер һәм малсылыҡ биналары бар. Фермерға ауыр эш башҡарырға тракторҙар һәм төрлө ауыл хужалығы инвентары ярҙам итә. Заһит Шафиҡов алған продукцияһын уңышлы һата: һөт — заводҡа, ит баҙарға китә. Тырышлыҡ бушҡа булмай. 2006 йылда уның хужалығы Рәсәйҙең иң яҡшы 100 хужалығы исемлегенә инә.
2014 йылда “КФХ базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” маҡсатлы программаһы буйынса грантҡа эйә була. Дәүләт ярҙамына технологик йыһаз, Дүртөйлө районының тоҡомло хужалығынан таналар һатып ала, ферма корпустарын яңырта. Һуңыраҡ үҙ тырышлығы менән рулондар төрөү йыһазы ала. Шулай йылдан-йыл үҙенең фермерлыҡ хужалығын үҫтереп, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.
Заһит Мөбәрәк улы үҙенең уңғанлығы, булдыҡлылығы менән ауылда ла бынамын итеп йәшәргә мөмкинлеген иҫбат итә. Ул ғәмәлдә малсылыҡ менән үҫемлекселектең һөҙөмтә биргәнен, эшсе кадрҙарҙы һаҡлап ҡалып булғанлығын күрһәтә.
Ғаилә хәленә килгәндә, уңышлы фермерға бар яҡлап тормош иптәше Алиса Ғиндулла ҡыҙы, балалары Марсель һәм Зөһрә ярҙам итә, башланғыстарын хуплай. Улы һәм ҡыҙы юғары белем алған, тормошта үҙ урынын тапҡан.
Заһит Шафиҡовтың тырыш хеҙмәте Хөкүмәт тарафынан лайыҡлы баһаланған. 2010 йылда район фермерҙары араһында беренселәрҙән булып “Иң яҡшы ғаилә һөт фермаһы” номинацияһында “Алтын көҙ” 12-се Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең бронза миҙалына лайыҡ була. 2015 йылда — Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы, 2020 йылда — Рәсәй Федерацияһының Рәхмәт хаты, ике йылдан Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Ә быйыл уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Күкрәк билдәһен һәм танытманы уға Һабантуй байрамында тапшырҙылар.
Зөлфирә Сәфәрова.