

Әле сығарылыш класс уҡыусыларының Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырып, һөҙөмтәләрен барлап, ҡайһы уҡыу йорттарына документтарҙы тапшырырға, тип баш ватҡан мәле. Күбеһе инде күптән күңеленә яҡын һөнәрҙе һайлап та ҡуйған, ҡулға аттестат алаһы ғына ҡалды. Асҡын 2-се урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлаусы Линара Зыятдинова ла сығарылыш кисәһен түҙемһеҙлек менән көтә.
Уҡыу алдынғыһы, әүҙем, тырыш, аҡыллы Линара — Асҡын 2-се урта мәктәбенең иң яҡшы уҡыусыларының береһе. Берҙәм дәүләт имтихандарын да ул 80-дән юғары балдарға тапшырып, ата-әсәһен, уҡытыусыларын һөйөндөрҙө. Тырышған — моратына ирешкән, тиҙәр бит. Линара башланғыс кластарҙан уҡ үҙен ныҡышмал, маҡсатсан, үҙенә һәм башҡаларға талапсан уҡыусы итеп күрһәтә. Яратҡан фәндәре математика һәм инглиз теле була. Ә 9-сы кластан ул башҡорт теле менән дә ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вилена Фәүзәт ҡыҙы ҙур роль уйнай. Һәм, әлбиттә, тәү сиратта, ата-әсәһенең бәләкәйҙән туған телдә һөйләшергә өйрәтеүе, ғаиләлә үҙ-ара әсә телендә аралашыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Уҡыу дәүерендә Линара бик күп фәндәрҙән мәктәп, район олимпиадаларында еңеү яулай, республика кимәлендә лә белемен һынай. 10-сы класта башҡорт теле буйынса уҡыусыларҙың төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында 1-се дәрәжә диплом менән бүләкләнә, 11-се класта төбәк-ара олимпиадала призер була.
— Минең өсөн уҡыу һәр ваҡыт беренсе урында булды, — ти Линара Зыятдинова. — Бына бөгөн сығарылыш класс уҡыусыһы булараҡ, шуны әйтә алам: тырышлыҡ бер ҡасан да бушҡа китмәй. Берҙәм дәүләт имтихандары — ул уҡыусылар өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә ҙур һынау, әлбиттә. Ләкин үҙеңә генә ышанып, үҙ белемеңә генә таянһаң, ваҡытыңды юҡҡа сарыф итмәй уҡыһаң, һөҙөмтәләр барыбер яҡшы буласаҡ.
Линара — Гөлфиә Рәфил ҡыҙы һәм Фәнүз Фәнғәт улының оло ҡыҙы, үҙенән бәләкәй ҡустыһы Тамерлан бар, ул 5-се класты тамамлаған.
— Линара ҡыҙым бәләкәйҙән үҙ аллы, тырыш булды. Һүрәт төшөрөргә, бейергә яратты, Балалар сәнғәт мәктәбенә лә йөрөнө. Буш ваҡыты булһа һәр ваҡыт китап уҡыны, дәрескә әҙерләнде. Оло бала булараҡ, өйҙә бар эштә лә булышты, ҡустыһын ҡарашты. Үҙе үтә тыйнаҡ булһа ла, холҡо ныҡлы уның, көслө ихтыярлы, маҡсатына ирешә, — ти Гөлфиә Рәфил ҡыҙы.
Эйе, тормошта ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн ныҡлы ихтыяр көсө, уңғанлыҡ кәрәк. Хыялдарына ныҡлы аҙымдар менән барған тырыш ҡыҙ Линараға үҙе теләгән уҡыу йортонда төплө белем алып, күңеленә яҡын һөнәрҙе үҙләштерергә, тормошта үҙ юлын табырға насип булһын.
Илһөйәр Махатова.