Быйылғы йәй уңған хужабикәләргә иң тәмле еләктәрҙең береһе булған ҡайын еләген ҡышҡылыҡҡа етерлек йыйырға ла, үҙеңдән артҡанды һатып ғаилә бюджетын тулыландырырға ла яҡшы мөмкинлек бирҙе. Иренмәй йый ғына, урыны менән яуған ямғыры ла ҡамасау түгел.
Солтанай ауылында йәшәүсе күп балалы әсә, уңған хужабикә Альмира Ибраһимова һанаулы ғына булған еләкле көндәрҙән файҙаланып ҡалырға тырыша. Ул ишле ғаиләһе өсөн балаларының яратып ашаған еләген ҡышҡылыҡҡа туңдырып та ҡуя, ҡайнатмалар ҙа әҙерләй, таныш-белештәре һораһа, һатырға ла йыя.
Уңған кеше яйын таба шул — Альмира Мәүит ҡыҙына етенсе бәпесенең әле йәш тә биш айлыҡ ҡына булыуы ла ҡамасауламай. Еләген дә йыйырға, баҡсаһын да ҡарарға, ишле балаларын да тәрбиәләргә өлгөрә бөтмөр әсә.
Илһөйәр Махатова.
Эльза Йосопова фотолары.