Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Июнь , 18:15

“Яңы уңыштарға дәртләнеп ҡайттыҡ”

Райондың иң яҡшы география уҡытыусылары республика слетында ҡатнашты

“Яңы уңыштарға дәртләнеп ҡайттыҡ”
“Яңы уңыштарға дәртләнеп ҡайттыҡ”

Шишмә районының “Патриот” хәрби-патриотик паркында география уҡытыусыларының слеты үтте. Унда Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарынан 250 педагог ҡатнашып, республика Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Салауат Сәғитов менән осрашты.

Асҡын районынан слетҡа Гөлсинә Ғәдиева (Асҡын 2-се мәктәбе), Илмира Әбрарова (Иҫке Ҡарткиҫәк мәктәбе), Эльза Фәметдинова (Табаҫҡытамаҡ мәктәбе) һәм Фәйрүзә Фаһаманова (Солтанбәк мәктәбе) барҙы.

  • Ике көн буйына барған слет дуҫтарса мөнәсәбәттә һәм бик фәһемле үтте. Беҙ барлыҡ сараларҙа ла ҡатнашып, онотолмаҫ тәьҫораттар алып, география фәнен уҡытыуҙа яңы ҡаҙаныштарға рухланып ҡайттыҡ.

Сараны асыу тантанаһында Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин һәм Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры  Салауат Сәғитов сығыш яһаны. Сараның программаһы бай булды.  Был, беренсенән, белем биреү программаһы ине. Республиканың алдынғы уҡытыусылары үткәргән төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаштыҡ, донъяла әлеге ваҡыттағы геосәйәси һәм иҡтисади шарттарҙа география фәненән белем биреүҙәге яңылыҡтар, унда илебеҙҙең роле тураһында һөйләштек. Туристик походтар, сәйәхәттәр аша тыуған яҡты өйрәнеү, дәрестә һәм дәрестән тыш эшмәкәрлектә заманса ысулдар тураһында фекер алыштыҡ.   Икенсенән, Рәсәй Геройы М. Серафимов исемендәге  “Патриот” паркы буйлап экскурсия бик оҡшаны. Унда хәрби техника экспозицияһын, “Геройҙар аллеяһын”, “Партизан ауылын” ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараныҡ.  Кисен “Ерҙән 10 мең метр бейеклектә” турист йыры фестивалендә мәртәбәле ҡунаҡтар Александр Лынник һәм Юрий Туманов менән осраштыҡ. Ә иң иҫтә ҡалғаны республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыу булды. Ул үҙенең сығышында география уҡытыусыларының уҡыусыларҙа тыуған яҡҡа һөйөү һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙәге ролен билдәләне. Радий Фәрит улы уҡытыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, “Рус география йәмғиәте шишмәләре” проектында ҡатнашыусыларға – ойошманың урындағы бүлексәләренә  шишмәләрҙе төҙөкләндереүгә  сертификаттар һәм дәүләт наградалары тапшырҙы. Шуныһы ҡыуаныслы — бүләкләнеүселәр араһында Асҡын районы ла булды.  Беҙҙең районға Билгеш ауылында урынлашҡан Буҡшан шишмәһен төҙөкләндереүгә 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Был еңеүгә ирешеүҙә проект етәксеһе Зөлфиә Тәбрис ҡыҙы Мәснәүиеваның хеҙмәт өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Шулай итеп, ике көн буйына белемдәребеҙҙе арттырып, тәжрибә уртаҡлашып, уҡыусыларға тыуған яҡҡа, Ватандың тарихына, бай тәбиғәтенә һөйөү тәрбиәләүҙә һәм тәрән белем биреүҙә ҙур уңыштарға, ҡаҙаныштарға ирешергә дәртләнеп ҡайттыҡ, — тип республика  слетынан алған тәьҫораттары менән бүлеште Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы Гөлсинә Ғайфулла ҡыҙы Ғәдиева.

Илһөйәр Махатова.

“Яңы уңыштарға дәртләнеп ҡайттыҡ”
“Яңы уңыштарға дәртләнеп ҡайттыҡ”
“Яңы уңыштарға дәртләнеп ҡайттыҡ”
“Яңы уңыштарға дәртләнеп ҡайттыҡ”
“Яңы уңыштарға дәртләнеп ҡайттыҡ”
“Яңы уңыштарға дәртләнеп ҡайттыҡ”
“Яңы уңыштарға дәртләнеп ҡайттыҡ”
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: