Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
19 Июнь 2025, 11:16

Аҡсалата түләүҙе арттырыу тураһында закон сығасаҡ

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта етем балаларға түләүҙәрҙе арттырыу хаҡындағы законды ҡабул итергә йыйына.

Аҡсалата түләүҙе арттырыу тураһында закон сығасаҡАҡсалата түләүҙе арттырыу тураһында закон сығасаҡ
Аҡсалата түләүҙе арттырыу тураһында закон сығасаҡ

Парламент Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәләүсе опекундарға һәм попечителдәргә аҡсалата түләүҙәрҙең күләме 16,6 процентҡа артасаҡ. Тейешле сумма быйылғы бюджетта 87 млн һум күләмендә билдәләнгән. Пособие 1 июндән башлап арттырыла.

БР Дәүләт Йыйылышы ү Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте шулай тип яҙа:"Өс йәшкә тиклемге баланы аҫраусы опекундарға (попечителдәргә) түләү айына – 10 855 һум, өс йәштән өлкәндәргә 10 439 һум тәшкил итәсәк. Инвалид баланы йәки һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән өс йәшкә тиклемге баланы ҡарауға бүленгән аҡсаның күләме айына – 13 027 һум, өс йәштән өлкәндәргә 12 526 һум буласаҡ".
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 9 681 бала иҫәпләнә. Уларҙың 94 проценты тиерлек ғаиләләргә тәрбиәгә тапшырылған.

Фото: автор фотоһы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Автор:
Читайте нас