Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна яҡшы башланыр. Ярҙамһыҙ ҙа күпте булдырырһығыҙ. Өй-йорт эштәре лә иғтибарығыҙҙан ситтә ҡалмаҫ. Был арала бәғзеләр ниндәйҙер сараға саҡырыу алыр. Эш сәфәрҙәре уңышлы көтөлә.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Йондоҙҙар һәр саҡ һеҙҙең яҡлы булыр. Быны бигерәк тә шишәмбе-шаршамбы асыҡ күрерһегеҙ. Кесе йомала бик күптән күрмәгән кешенән хәбәр алырһығыҙ. Көткән килем уйлағандан күберәк булыр.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Шишәмбенән һуң хәлдәрҙең уйламаған йүнәлеш алыуы ла бар. Был кәйефегеҙҙе һис тә төшөрмәҫ. Киреһенсә, бәғзеләр яңы асылған мөмкинлектәрҙе күрер. Ошо көндәрҙә өмөтлө тәҡдим дә алыр кеүек.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Һәр саҡ иғтибарлы булығыҙ. Шишәмбелә яңылыш ниндәйҙер хата ебәреүегеҙ мөмкин. Уны төҙәтеү күп ваҡыт-көс талап итер, моғайын. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр булыр.
Буға (21.04 – 21.05)
Был арала ҡаршылыҡтар күбәйергә оҡшай. Бер ҙә икеләнмәгеҙ, уларҙы ыңғай хәл итеү өсөн тәжрибәгеҙ етер. Яҡындарығыҙ һеҙгә ҡарата һәр саҡ иғтибарлы булыр, ярҙам итергә тырышыр. Йомалағы һөйләшеү мотлаҡ кәйефегеҙҙе күтәрер.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Мәл уҡып йөрөгәндәр өсөн үтә уңышлы. Теләһә ниндәй имтиханды ла еңел тапшырырһығыҙ. Бәғзеләр шаршамбыла күптән көткән хәбәрҙе ишетер. Кире хәлдәр ҙә булыр. Кемдер яратҡан кешеһе менән үпкәләшер.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һуңғы ваҡытта күрһәткән әүҙемлегегеҙ емеш бирер. Кеше араһында абруйығыҙ күҙгә күренеп артыр. Шулай ҙа бер аҙ арығанығыҙҙы ла һиҙерһегеҙ. Үҙегеҙгә бер-ике көн ял бирһәгеҙ, дөрөҫ булыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылырға тора. Тик уларҙы ваҡытында күреүегеҙ мөһим. Шаршамбыла көсөгөҙҙө дөрөҫ самаларға тырышығыҙ, юғиһә уңайһыҙ хәлгә ҡалыуығыҙ бар. Йома буш һөйләшеүҙәр менән үтер.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна барышында күптәр күңел торошона ҡарап эш итер, моғайын. Был ҡыйынлыҡ тыуҙырыр, ләкин юғалтыуҙар кисермәҫһегеҙ. Оло йәштәге яҡындарығыҙ шәхси эштәрегеҙгә ҡәҙимгенән күберәк ҡыҫылыр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Көндәр тыныс көтөлә. Мәл яҡын киләсәккә маҡсаттар төҙөү өсөн уңайлы. Шишәмбе һәм кесе йома бигерәк тә уңышлы уҙыр. Эсегеҙҙе күптән бошороп торған бер-нисә мәсьәләне тулыһынса хәл итеү өсөн мөмкинлектәр табылыр.
Саян (24.10 – 22.11)
Был арала йондоҙҙар күпкә ынтылмаҫҡа ҡуша. Көндәлек эштәрегеҙ артыҡ йыйылып киткән кеүек – шулар менән булышһағыҙ, яҡшыраҡ булыр. Бәғзеләр менән арағыҙҙы нығытырһығыҙ, бынан һуң күңелегеҙ бер аҙ тынысланыр.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Файҙалы осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр күбәйер. Ҡайһы бер мөһим эшегеҙҙе тулыһынса тамамларһығыҙ. Оҙаҡламай ыңғай үҙгәрештәрҙе күрерһегеҙ. Кесе йомала кемдер бик кәрәкле бәйләнеш булдырыр.
ӨМӨТБАЙ.