Йәнтөйәк
-10 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Июнь 2025, 16:12

Ни өсөн көн дә алма ашарға кәрәк?

Алмағыҙ уңдымы быйыл? Уның ни тиклем файҙалы икәнлеген беләһегеҙме?

Ни өсөн көн дә алма ашарға кәрәк?
Ни өсөн көн дә алма ашарға кәрәк?

Көнөнә ике генә алма ашау ҙа ҡан системаһын 10 – 25 процентҡа холестерин күҙәнәктәренән таҙартырға ярҙам итә.

Италия ғалимдары алманың организмдың ҡан системаһына йоғонтоһон өйрәнеү маҡсатында тикшереүҙәр үткәргән. Һөҙөмтәлә даими рәүештә алма ашау ҡан тамырҙарына рак күҙәнәктәрен үтеп инеүҙән һаҡларға булышлыҡ итеүе асыҡланған.

Яңы һығылған алма һуты нервыларҙы тынысландыра, шуға күрә стрестан һуң уны эсергә кәңәш ителә. Әйткәндәй, медиктар фекеренсә, таҙа алма һуты ата-әсәһенә йоҡо бирмәй бер туҡтауһыҙ илаған баланы тынысландырырға һәләтле.

Алмала күҙәнәклек менән пектин бар, уны көн һайын ашағанда ашҡаҙан-эсәк тракты һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы менән бер ниндәй ҙә проблема булмаҫ.

Алма