Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Июнь , 14:13

16 июнь - милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө.

Салауат Юлаев – Ватанын, халҡын һөйгән һәр милләттәшебеҙ өсөн ҡаҡшамаҫ рух, илһөйәрлек символы, ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Халҡыбыҙ күңелендә батыр рухына ихтирам һәр ваҡыт йәшәй, мәңге йәшәр!

16 июнь - милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө.
16 июнь - милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө.

УҠ
Һауаларға уҡ сойорғоттом,
Ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам,
Аяҡҡайым янына ҡолап төшкәс,
Меҫкен ҡошто йәлләп юҡһынам.

Һауаға атҡан уҡҡайым
Тау, урмандар аша уҙһасы.
Ҡарлуғасҡай ҡошто үлтергәнсе,
Бер дошмандың йәнен өҙһәсе.

ЕГЕТКӘ

Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,
Унан бейек осар ыласын бар.
Ыласындан да бейек оса торған
Ҡош батшаһы — ҡыйғыр бөркөт бар.

Шул бөркөттәй, егет, батыр бул,
Тайғаныңда таян дуҫтарға.
Яуҙа, арыҫландай ажғырып,
Йән аямай ташлан дошманға!


Салауат Юлаев

«Аманат» балалар-үҫмерҙәр журналы

Автор:
Читайте нас: