МХО яугирҙарының балалары 2025 йылда юғары уҡыу йортона, колледжға уҡырға ингәндә төрлө ташлама менән файҙалана ала.
Имтиханһыҙ ҡабул ителеү
МХО-ла ҡатнашып, һәләк булған йәки ауыр яраланғандарҙың балалары юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ ҡабул ителә. Ошо уҡ ташлама Рәсәй Геройы исемен алғандар һәм Батырлыҡ ордены кавалерҙары өсөн ҡаралған. Белем биреүҙең ҡайһы бер йүнәлештәренә был льгота йоғонто яһамай.
Бушлай уҡыу
Яугир балаларына юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә ташламаға хоҡуҡ биргән ҡанунға илебеҙ Президенты Владимир Путин 2025 йылдың майында ҡул ҡуйҙы. Был категорияға ҡараған сығарылыш класы уҡыусыһы, ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырып, бакалавриат һәм специалитет программаһы буйынса федераль бюджет иҫәбенә уҡырға инә ала.
Был өҫтөнлөктө тормошҡа ашырыу өсөн студентҡа ғариза яҙырға һәм МХО ҡатнашыусыһы – яугир балаһы статусын тейешле документтар (контракт, ветеран таныҡлығы күсермәһе) менән иҫбатларға кәрәк.
Балдар тигеҙ булған осраҡта өҫтөнлөккә хоҡуҡ
Дөйөм конкурс нигеҙендә ҡабул ителгән осраҡта, имтихандарҙың һөҙөмтәһе буйынса дөйөм баһа башҡа абитуриенттарҙыҡы менән тап килһә, МХО ҡатнашыусылары балалары тәү сиратта үтергә тейеш. Был өҫтөнлөк уҡырға ҡабул ителгәндә генә түгел, артабан уҡыу мәлендә лә тәьҫир итә. Мәҫәлән, академик ресурс йәки ятаҡта урын бүлеү ҡаралғанда, был хоҡуҡ үҙ көсөндә ҡала.
Өҫтәмә ташламалар
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән булған студенттарға, алда күрһәтелгән льготаларҙан тыш, башҡа ярҙам төрҙәре лә ҡаралған.
Яугир балаларының дөйөм ятаҡҡа урынлашҡанда өҫтөнлөгө бар. Уҡыу осоронда иһә улар махсус ярҙам, психологик кәңәш, матди ярҙам һәм өҫтәмә түләүҙәр алыуға хоҡуҡлы.
Кемдәр льгота нигеҙендә уҡырға инә ала?
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың, шул иҫәптән хәрби операция биләмәһендә булған хәрби хеҙмәттәгеләрҙең, ҡораллы көс структураһы хеҙмәткәрҙәренең һәм хөкүмәт ҡуйған бурыстарҙы башҡарған граждандарҙың балалары юғары уҡыу йорттарына, колледждарға уҡырға ингәндә өҫтөнлөккә эйә. Бындай льготаны ата-әсәнең хәрби хәрәкәттә ҡатнашыуын раҫлаған таныҡлыҡ булғанда алырға мөмкин.
МХО ҡатнашыусыларының балаларына күпме бюджет урыны бирелгән?
Федераль ҡанунға нигеҙләнеп, Рәсәй юғары уҡыу йорттары МХО биләмәһендә хеҙмәт иткән, эшләгән граждандарҙың балаларын ҡабул иткән осраҡта, белем биреүҙең бөтә кимәл һәм әҙерлек йүнәлештәре буйынса дөйөм бюджет урындарының 10 процентынан да әҙ булмаған күләмдә бюджет урындары бүлергә тейеш. Был норма юғары һөнәри белем биреүҙең дәүләт һәм муниципаль мәғариф учреждениеларына ҡағыла.
Юғары уҡыу йортона йәки колледжға льготалы уҡырға инеү өсөн ниндәй документтар кәрәк?
МХО-ла ҡатнашыусы балаһы статусына эйә булған уҡыусыларға ошондай документтар кәрәк:
билдәләнгән өлгөләге ғариза;
тыуыу тураһында таныҡлыҡтың күсермәһе;
шәхесте раҫлаған таныҡлыҡ (мәҫәлән, паспорт);
алынған белем тураһындағы документ – мәктәп аттестаты, колледж йәки башҡа юғары уҡыу йорто дипломы;
страховка таныҡлығы – «йәшел карточка»;
ата-әсәнең махсус хәрби операцияла ҡатнашыуын раҫлаған документ (мәҫәлән, контракт йәки ветеран таныҡлығы);
билдәләнгән өлгөлә – бөтә уҡырға инеүселәр өсөн дөйөм булған 086у формала медицина справкаһы;
Дәүләт имтиханы һөҙөмтәһе (БДИ).
Шуныһын да иҫтә тотоу мөһим: ҡайһы бер юғары уҡыу йорттарына өҫтәмә документтар талап ителеүе мөмкин. Шуға күрә университеттың ҡабул итеү комиссияһынан исемлекте алдан һорап алырға кәрәк. Тейешле ҡағыҙ булмаһа, ташламалар ҡаралғанда кире яуап бирелеүе ихтимал.
Конкурста бер нисә квота менән бер юлы ҡатнашырға мөмкинме?
МХО-ла ҡатнашыусы балаһы статусына эйә булған абитуриенттар бер үк ваҡытта төрлө льготалы категория буйынса конкурста ҡатнашыу өсөн ғариза бирә ала. Иң мөһиме – был тейешле документ менән раҫланған булһын. Конкурс нигеҙендә һайлап алыу тәртибе һәм ҡаралған өҫтөнлөктәр ҡағиҙәһен иҫтә тоторға кәрәк. Шуға күрә был һорауҙы юғары уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһында асыҡлау зарур.
Белем биреүҙәге бындай льготалар – яугир балаларына ҙур ярҙам булып, кәрәкле һөнәр алыуға булышлыҡ итә.
Быйыл 23 майҙа ҡабул ителгән «Рәсәй Федерацияһының белем биреү тураһында»ғы 103-сө Федераль ҡанунының 71-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль ҡанунына нигеҙләнеп әҙерләнде.
"Шоңҡар" журналы сайтынан
https://bashkizi.ru/articles/care/2025-06-09/yaugir-balalaryna-lgotalar-4271144