Эслек: 1 стакан магазин ҡаймағы
2 йомортҡа
1 стакан шәкәр ҡомо
2 ҡалаҡ крахмал.
Оҙаҡ итеп миксерҙа туҡыйбыҙ.
Ҡамыры : 4 ҡуш ус он
5 ҡалаҡ ауыл ҡаймағы
5 -6 ҡалаҡ ауыл майы
Семтем сода
самалап тоҙ
ярты стакан шәкәр,
1 йомортҡа.
Он күпме шыйыҡса һорай, йылымыс һыу, һөт, кефир ҙа ярай.
Йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫып йәйәбеҙ ҙә табаһы менән һыуытҡысҡа оҙатабыҙ.
Ҡаты ғына булып ҡата был йәймәбеҙ.
Өҫтөнә матурлап теҙеп ҙур стакан менән еләк һалып сығабыҙ.
Минең был ҡамырым ике түңәрәк табаға етте.
Өҫтөнә ҡоя торған шыйыҡсаны тағы бер ҡат өйөрөлтөп алғас , яй ғына итеп өҫтөнә тигеҙләп ағыҙабыҙ.
Ярты сәғәттә тәмле бәлеш әҙер ҙә була.