

Көйөргәҙе районының Бәләкәй Муса ауылында йәшәгән Ғәлим Нәҡи улы – Миһрановтар нәҫелендәге бишенсе быуын халыҡ табибы. Ун биш йылдан ашыу ул ошо эш менән шөғөлләнә. Ирҙең был һәләте юл фажиғәһенән һуң асылған. Өс тапҡыр реанимацияла булырға тура килгән уға. Берҙән-бер ҡыҙы вафат булғас та, көслө тетрәнеү кисергән. Дауалай башлаған.
Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәргә төрлө ҡулланыу әйберҙәрен өшкөрөп бирә. Торлаҡтарын кире энергетиканан таҙартыу өсөн әллә ҡайҙарҙан килеп алалар Ғәлим Нәҡи улын.
Ҡапҡаһы янынан машина өҙөлмәй. Ғәлим Нәҡи улы түлһеҙ ҡатындарға ла ярҙам итә. Хоҙай ярҙамы менән Мәскәүҙән килгән 42 йәшлек ханым бала тапҡан. Бындай миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин. Биле ауыртҡандар, аяҡ-ҡулдары һыҙлағандарҙы ҡулдары менән һыпырғас, ул кешеләрҙең еңеллек кисереүе беленә, һыҙланыуҙары күпкә кәмей, хәлдәре яҡшыра.
– Беҙҙең тамырыбыҙҙа әсәй яғынан да, атай яғынан да уҡымышлы кешеләр булған, – ти Ғәлим Нәҡи улы. - Атайым ауырыуҙарҙы өшкөргән. Әйткәндәре күп ваҡыт раҫ килгән һәм ауырыу һауыҡҡан.
Күҙ тейеүҙән, ҡурҡыуҙан, сихырҙан яфаланғандар ҙа Ғәлим Нәҡи улына килә. Ул Ҡөрьән аяттары уҡып өшкөрөп, кешеләрҙе һауыҡтыра. Бәүеле тотмаған балаларҙы өшкөрөү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.
– Аллаға шөкөр, күптәргә ярҙамым тейҙе, рәхмәт һүҙҙәрен генә ишетәм, – тип һүҙен дауам итә Нәғим Нәҡи улы. – Атламаған сабыйҙар атлап китте. Түлһеҙ тигән ҡатындар ауырға ҡалып, балалар үҫтерә.
Күп илдәрҙә, мәҫәлән, Ҡытайҙа халыҡ медицинаһына ҙур иғтибар бирелә. Ә беҙҙә, әйтәйек, быуын сыҡһа, уны урынына ултыртыусылар бик һирәк хәҙер. Медицина уҡыу йорттарында студенттарҙы ниңә шуға ла өйрәтмәҫкә? Ваҡыт үтә, быуынды төшөрөүселәр арабыҙҙан китеп бөтһә, ни эшләргә? Халыҡ медицинаһына иғтибар артһын ине.
Сығанаҡ: "Подслушано Сибай, Баймак, Аҡъяр" төркөмө.