Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
11 Июня 2025, 06:49

Яратҡан эшенә бар тырышлығын һала

Район Мәҙәниәт йорто директоры етәксе генә түгел, ә талантлы администратор ҙа, рухландырыусы, кешеләрҙе берләштерә, башланғыстарға дәртләндерә белеүсе һәм иң мөһиме — сәнғәт кешеһе булырға тейеш. Эйе, нәҡ ижади ҡарашлы булырға, сөнки мәҙәниәт өлкәһендә бынан башҡа булмай. Ҡариҙел район Мәҙәниәт йорто директоры Мирза Хөсәйенов ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеп бара. Уның тормош девизы: “Эш менән йәшәү, ижад менән тын алыу, ҡыҙыҡлы итеп ял итеү”. 

Яратҡан эшенә бар тырышлығын һалаЯратҡан эшенә бар тырышлығын һала
Яратҡан эшенә бар тырышлығын һала

Мирза Хөсәйенов Яҡуп ауылында ҙур ғаиләлә тыуған, ата-әсәһе ябай колхозсылар: Мәүлизә Камил ҡыҙы Хеҙмәт даны ордены менән бүләкләнгән алдынғы һауынсы, Тәфкил Хәмәт улы тәжрибәле мал ҡараусы була. Бала сағында Мирза Тәфкил улына берәйһе ғүмеренең ижад, мәҙәниәт менән бәйле булырын әйтһә, ул ышанмаҫ ине, бәлки. Оялсан егет ул йылдарҙа мәҙәниәт өлкәһендә эшләрмен тип уйламай ҙа. Уға өс мәктәптә уҡырға тура килә: Яҡупта — өс класс, Иҫке Аҡбүләктә — һигеҙ, ә Хәлилдә урта белем ала. Артабан Асҡында училищела һөнәр үҙләштерә, Йыраҡ Көнсығышта хеҙмәт итә, Ҡариҙел урман хужалығында, БТИ-ла эшләй. Ҡайҙа ғына хеҙмәт һалһа ла, яуаплы, тырыш була.
2000 йылдарҙа Мирза Хөсәйенов район Мәҙәниәт йорто коллективына эшкә килә, хужалыҡ буйынса мөдирҙән директорға тиклем хеҙмәт юлы үтә, социаль-мәҙәни эшмәкәрлек йүнәлеше буйынса ВЭГУ-ны тамамлай. Ошо йылдар эсендә ул үҙен ойоштороу һәләтенә эйә, кешеләр менән уртаҡ тел таба белгән, халыҡ йырына мөкиббән киткән етәксе итеп күрһәтә. Ул ҡағыҙ һәм хужалыҡ эшенә батып ултырмаған, ижади ҡарашлы директор. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең нормаһыҙ эш графигы, йөкләмәләрҙең күплеге һәр кемгә таныш. Был өлкәлә һөнәрен ысын күңелдән яратҡандар ғына ҡала. Мирза Хөсәйенов — ошондай һөнәрмәндәрҙең береһе.
Мирза Тәфкил улының бурыстары байтаҡ. Шуға ҡарамаҫтан, ул тантаналы сараларҙа һәм концерттарҙа, кәңәшмәләрҙә, форумдарҙа ҡатнаша, ҙур йәмәғәт эшен алып бара. Ул икенсегә район Советына депутат итеп тә һайланды. “Башҡарған йөкләмәләр мине төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә өйрәтте”, — ти ул. Хеҙмәттәштәренә ярҙам кәрәкһә, Мирза Тәфкил улы улар менән байрамға әҙерләнгәндә зал йәки майҙан биҙәй, йыр башҡара, хорға баҫа, ҡулына көрәк ала. Иртән ойоштороу эштәре менән мәшғүл, төштән һуң ауыл мәҙәниәт учреждениелары буйлап сығып китә, ә кисен сәхнәлә йырлап торорға мөмкин ул.
Мирза Хөсәйенов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың балаларына ла ярҙам итә. Ул беренселәрҙән булып йыл да “Изге подписка”ла ҡатнаша. Был юлы ул хеҙмәттәше — улы һәм тормош иптәше махсус хәрби операцияла булған Яҡуп ауыл клубы методисы Диләрә Ғилмияроваға “Йәнтөйәк” гәзитен бүләк итте. Тағы ла район-ара гәзитенең бер экземплярын тыуған ауылындағы “Туймөхәмәт” мәсетенә адресланы. Иман йортонда уның яҡшы дуҫы Зиннур Шамов имам-хатип вазифаһын башҡара. Әйткәндәй, тыуған ауылына ҡайтҡанда Мирза Тәфкил улы мотлаҡ мәсеткә инә, тәжрибәле, изге күңелле оло иптәше менән аралаша. Үҙенең һайлау округында ла мәҡәләм геройы байтаҡ изге эштәр башҡара. Ул әүҙем, маҡсатсан һәм яуаплы кеше. Әйткән икән — эшләй, тигән һүҙ.
Мирза Тәфкил улының ыңғай сифаттарының береһе — башланғанды еренә еткереү. Хеҙмәттәштәренән дә шуларҙы талап итә ул. “Кеше үҙ урынында”, тиҙәр уның кеүектәр тураһында.
Мирза Хөсәйенов һәм дөйөм район мәҙәниәте тураһында байтаҡ яҙырға мөмкин. Уның һәм хеҙмәттәштәренең эш һөйөүсәнлеге, ныҡышмаллығы, маҡсатсанлығы нәтижәһендә район һәм республика мәҙәниәте өлкәһендә Мәҙәниәт йорто лайыҡлы урында тора. Һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн байтаҡ наградаларға лайыҡ ул, шулар араһында иң ҡәҙерлеләре — Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы һәм башҡалар.
Мирза Тәфкил улының ике ҡыҙы тураһында ла әйтмәй мөмкин түгел: өлкәне Лиана Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһында лаборант булып эшләй, ә кесеһе Диана атаһы юлынан китеп, ижади кеше, республиканың Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре. Бәхетле атайҙың дүрт ейәне ла үҫеп килә.
Һеҙ минең турала ғына яҙмағыҙ, — ти Мирза Хөсәйенов. — Бер кеше бер нәмә лә ырата алмай. Мәҙәниәттең байлығы — кешеләр. Район Мәҙәниәт һарайында, ауыл мәҙәниәт усаҡтарында тырыш, уңған, ижади ҡарашлы белгестәр эшләй, улар башҡарған һөнәрҙәренә бар йөрәк йылыһын һала, күбеһе мәҙәниәткә ғүмеренең байтаҡ өлөшөн арнаған. Ҡайһы саҡта көнгә 10-12 сәғәт эшләйбеҙ, сөнки мәҙәниәттә эшләмәйһең, ә йәшәйһең. Ярай әле, ғаилә ағзалары аңлаусан. Райондаштарыбыҙ ҙа мәҙәниәт кешеләрен ярата һәм хөрмәт итә. Нәҡ улар ауылдарҙа төрлө фәһемле саралар үткәрә, халыҡ ялын ҡыҙыҡлы итә, һәләттәрҙе аса, яҡташтарына байрам бүләк итә. Коллективҡа йәш белгестәрҙең килеүе һөйөндөрә, улар эшебеҙгә яңы, ҡыҙыҡлы идеялар индерә. Шулай булғас, мәҙәниәтебеҙгә — йәшәргә һәм сәскә атырға.

Лилиә Бәҙретдинова.

Ҡариҙел районы.

Автор:
Читайте нас