Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
11 Июнь 2025, 06:38

Эшенән йәм таба

Замана алға атлау менән бергә ауыл тормошо ла үҙгәрештәр кисерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр ҡалаға күсенеп бөткәс, ауылдарҙа яңғыҙ ҡалған өлкәндәрҙең тормошо еңелдән түгел. Шундай саҡта социаль хеҙмәткәрҙәр улар өсөн ысын мәғәнәһендә өмөт утына әйләнә. Гөлнара Вәлиева ла нәҡ шундай изге йөрәклеләрҙең береһе. Ул — Шауъяҙы һәм Текән кеүек йыраҡ ауылдарҙа йәшәүсе өлкәндәргә, ярҙамға мохтаждарға көтөп алынған кеше, ярҙамсы.

Эшенән йәм табаЭшенән йәм таба
Эшенән йәм таба

Социаль хеҙмәткәр — ул күп төрлө сифаттарҙы берләштергән һөнәр. Гөлнара Әлфит ҡыҙы өсөн был эш бер яҡтан шәфҡәт туташы вазифаһын башҡарыу булһа, икенсе яҡтан — көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә булышыу. Ул өлкәндәргә ашарға бешерергә, өйҙәрен йыйыштырырға, кәрәкле дарыуҙарҙы һатып алырға ярҙамлаша. Әммә иң мөһиме — улар менән аралашыу, күңелдәрен күтәреү.
Шауъяҙы һәм Текән ауылдарында бер магазин да юҡ, шуға күрә Гөлнара Вәлиева әбейҙәргә район үҙәгенән кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек алып ҡайта. Был уның вазифаларына инмәһә лә, ауыл халҡының хәлен аңлап, уларға һәр ваҡыт булышырға әҙер тора.

“Гөлнара бик иғтибарлы һәм мәрхәмәтле, — тип һөйләй ул хеҙмәтләндергән ололар. — Һәр саҡ ваҡытында килә, ихлас күңелдән ярҙам итә. Уның менән аралашыу күңелгә дауа бирә. Берәй нәмә кәрәк булһа, һәр саҡ йүгереп тора. Беҙ уға бик рәхмәтлебеҙ!”
Гөлнара Вәлиева үҙенең эшенә бик яуаплы ҡарай. 2008 йылдан алып бөгөнгәсә хат ташыусы булып эшләһә лә, 2018 йылдан әлегәсә өлкәндәрҙе лә ҡарай. Ул һәр кешенең шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә ала, уларға кәрәкле ярҙамды ваҡытында күрһәтергә тырыша. Уның хеҙмәте ауыл өсөн бик кәрәк, сөнки өлкәндәрҙең күбеһе яңғыҙ йәшәй, балалары йыраҡта. Бындай шарттарҙа Гөлнара Әлфит ҡыҙы улар өсөн берҙән-бер өмөт сығанағы булып ҡала.
Гөлнара Вәлиеваның эшенән етәкселәре лә ҡәнәғәт, хеҙмәттәштәре менән дә йылы мөнәсәбәттә.
— Гөлнара кеүек миһербанлы, барыһын да ҡайғыртыусы, хәстәрләүсе кешеләр һирәктер. Эскерһеҙ, асыҡ йөҙлө, көслө рухлы ул. Һәр береһенең серен, һүҙен һаҡлап, бер кемгә сисмәҫ, үҙенең проблемаларын да һөйләмәҫ. Алтын йоҙаҡҡа тиңләйем уны. Мин Гөлнараны1993 йылдан алып беләм. Вәзирә Хижәпова хаҡлы ялға киткәндән башлап ул социаль хеҙмәткәр булып эшләй башланы. Тырышып, бар көсөн һалып донъя йөгөн тарта торған гүзәл зат ул. Эшен ысын күңелдән башҡара, ярҙамсыл. Ғаиләһе өсөн терәк, балалар өсөн йән атҡан әсәй, ышаныслы хеҙмәткәр ул, — ти “Изге уй” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Фәридә Гәрәйшина.
Гөлнара Вәлиева кеүек фиҙаҡәр хеҙмәткәрҙәр булғанда, ауылдарыбыҙҙың терәге бар. Уның көндәлек хеҙмәте яңғыҙ ҡалған өлкәндәргә көс һәм йәшәү дәрте бирә, ә был иһә ауылдың рухын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Шауъяҙы һәм Текән ауылдары халҡы мәҡәлә геройыма бик рәхмәтле. Шундай мәрхәмәтле, уңған, кеше хәленә инә белгән хеҙмәткәрҙәр һәр ауылда булһын ине.


Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас