Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
11 Июнь 2025, 06:12

Бергә булғанда ғына рәхәт

Тик махсус хәрби операция быға ҡамасаулай

Бергә булғанда ғына рәхәтБергә булғанда ғына рәхәт
Бергә булғанда ғына рәхәт

Диләрә һәм Азат Минһажевтар — бер-береһен яратып, ихтирам итеп, кәрәк саҡта яҡлаусы ла, һаҡлаусы ла, тормош юлында терәк-таяныс та булған, шатлыҡты ла, ауырлыҡтарҙы ла бергә күтәргән пар. Ҡауышып, ғүмерлеккә бер-береһенә тоғро яр булырға һүҙ бирешеп, ғаилә ҡороуҙарына ла 15 йыл үтеп киткән.
Район үҙәгенән шаҡтай алыҫта, йәмле Ағиҙел ярында урынлашҡан Яңы Йәлдәк ауылы һылыуы ул Диләрә. Ата-әсәһенең бишенсе балаһы. Ғаиләлә иң кесеһе булһа ла, иркә бала тимәҫ инем мин уны. Тырыш, оҫта ҡуллы, булдыҡлы. Өҫтәүенә, уйлаған уйын, әйтәһе һүҙен дә ярып һала белә, кем әйткәнсә, «кәнфитләнеп» тора торғандарҙан түгел. Бар ғүмерен колхоз эшенә бағышлаған ата-әсә ҡыҙҙарының урта мәктәпте тамамлағандан һуң уҡытыусыға уҡырға ниәтләгәнен риза булып, фатихалап ҡабул итә. Диләрәнең уҡытыусы булыу теләге шулай булырға тейеш кеүек тә хатта, сөнки ауыл ҡыҙҙары матур итеп кейенгән, ҡулында һәр саҡ китабы булған уҡытыусы апайҙарға кескенәнән оҡшарға тырышып үҫә ине ул саҡтарҙа. Диләрә Фәнәүи ҡыҙының уҡытыусы дипломын алған көнөнән ике тиҫтә йыл ваҡыт үткән. Бөгөн ул Борай 3-сө урта мәктәбенең юғары категориялы башланғыс кластар уҡытыусыһы. Уҡыусылары ла Диләрә Фәнәүи ҡыҙының үҙенә оҡшаған — үткерҙәр, зирәктәр, булдыҡлылар, тырыштар. Бына 1 сентябрҙә ул тағы беренселәрҙе үҙенең йылы ҡанаты аҫтына йыясаҡ.
Азат — Борай ауылы егете. Ул да күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән, өс баланың икенсеһе. Азат — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир. Йыраҡ Себер яҡтарында эшләп йөрөгән Азатҡа өлөшләтә мобилизация башланғас, яуға барырға повестка килә. Диләрә әйтеүенсә, был көндәр уларҙың ғаилә тормошон икегә — һуғышҡа тиклем һәм бөгөнгә бүлә. Бына инде өс йылға яҡын Азат Нәфиҡ улы ил ҡушҡанды намыҫ менән үтәй. Бер нисә тапҡыр яраланып ҡайтып, бер ни тиклем һауыҡҡас, йәнә яу яланына юллана. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн бер нисә наградаһы бар.
Хоҙайға шөкөр, Минһажевтарҙың улдары Айзат һәм ҡыҙҙары Амелия бик матур итеп үҫеп килә. Айзат әле көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат исемен яҡланы. Ике йыл бер-бер артлы көрәш буйынса Рәсәй беренселегендә икенсе урын яуланы. Ҡасандыр әсәһе уны ҡулдарынан етәкләп, көрәш буйынса тренер Фәнзир Ноғомановҡа алып барғайны. Ә бөгөн Айзат үҙ йәше һәм ауырлығы буйынса төбәк, республика, хатта ил күләмендәге чемпионаттарҙа, беренселектәрҙә еңеүсе исемен яулай. Тренерҙары Ралит Гәрәев һәм Артур Зөлҡәрнәев егеткә оло өмөттәр бағлай.
— Бала саҡтан алып көслө булды ул Айзат. Егет кешене спорт маҡсаттарына ирешергә, тырышып тапҡандың ҡәҙерен белергә өйрәтә. Шуға ла беҙ атаһы менән уны көрәшкә бирергә булдыҡ. Дөрөҫ уйлағанбыҙ, — ти әсәһе Диләрә Фәнәүи ҡыҙы. Ә Айзат бөтә еңеүҙәрен атаһына бағышлай.
Ун йәшлек Амелияның да яратҡан шөғөлө бар. Ул Балалар ижад йортоноң «Волга» бейеү ансамбленә йөрөй. Ул да ағаһынан бер ҙә ҡалышмай, ансамбль составында байтаҡ еңеүҙәргә ирешергә өлгөргән. Ғәҙәттә, кемдер тураһында яҙырға һорашҡанда, хыялдарығыҙ ниндәй, киләсәккә пландарығыҙ менән бүлешһәгеҙ ине, тип һорайһың. Был юлы улай түгел. Диләрә менән икебеҙ бер уйҙа — илдә тыныслыҡ булһын, был һуғыш тиҙерәк тамамланһын. Бәләкәй генә Амелияның да, батыр Айзаттың да уйы шул. Үҙҙәре әле бала ғына, ә уйҙары ололарса. Уларҙың хыялы ла, уйҙары ла бер — аталары янда булһын, ҡайтһын да башҡаса бер ҡайҙа ла бармаһын. Минһажевтар теләгенә тотош ауыл халҡы ҡушыла.

Венера Арысланова.

Борай районы.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас