Йәнтөйәк
+22 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июнь , 15:00

Өс малай кәүҙәһе өйҙөң өс бүлмәһендә табылған...

Әсәй менән 11 йәшлек балаһы өйҙә булмаған. Ҡатын менән психологтар эшләй.

Өс малай кәүҙәһе өйҙөң өс бүлмәһендә табылған...
Өс малай кәүҙәһе өйҙөң өс бүлмәһендә табылған...

Кисә Башҡортостанда ҡот осҡос янғын булды. Иҫке Балтас ауылында бер ҡатлы өйҙө һүндергәндән һуң өс баланың үле кәүҙәһе табыла...

Асыҡланыуынса, был йортта күп балалы ғаилә йәшәгән. Янғын ваҡытында әсә кеше 11 йәшлек балаһы менән өйҙә булмаған. Ғаилә башлығы әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Һәләк булған балалар – өсөһө лә малайҙар.

15 йәшлек малай (16 йәше тулып өлгөрмәгән) йорттоң коридорында, туғыҙ йәшлек малай ванна бүлмәһендә табылған. Ә иң кесе өс йәшлек баланың кәүҙәһе йоҡо бүлмәһендә булған, тип хәбәр итә республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Эдуард Иҙрисов һүҙҙәренсә, янғындың сәбәбе асыҡлана, урында тәфтиш комитеты һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре эшләй.

РФ Енәйәт кодексының 109-сы статьяһының 3-сө өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (ике һәм унан күберәк кешегә һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлем килтереү).

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин урынға республика психотерапия үҙәге белгестәренең сығыуы белдерҙе. Улар эшкә тотонған да инде, тип хәбәр итте министр.

Фото: МЧС. 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: