Башҡортостанда алдағы өс көн +32 градусҡаса эҫе була. Башгидромет мәғлүмәте буйынса, республикала урыны менән йәшен йәшнәүе, елдең секундына 15 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә.
Бөгөн төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр, йәшен. Ел төндә көньяҡтан көсһөҙ, көндөҙ уртаса, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13,+18°, көньяҡ-көнсығыш буйынса +7,+12°, көндөҙ +27,+32°.
11 июндә төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12,+17°, көнсығышта +7°, көндөҙ +26,+31°.
12 июндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ боҙборсаҡ яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12,+17°, көнсығышта +7°, көндөҙ +24,+29°.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.