Шундай һөнәрҙәр була, уларға уҡып ҡына өйрәнеп булмай, бында йөрәк йылыһы, һиҙемлек, сабырлыҡ кеүек сифаттар кәрәк. Социаль эш кеше ҡатнашлығын талап итә, иң мөһиме — мохтаждарҙың проблемаларын һәм хәстәрҙәрен аңлау. Был эште һәр кем дә үтәй алмай. Изге күңеллелек, яуаплылыҡ, башҡаларға хөрмәт, түҙемле булыу кеүек сифаттар талап ителә. Ҡыйғаҙытамаҡ ауылынан Дилиса Бабичева — ошондай сифаттарға эйә социаль хеҙмәткәрҙәрҙең береһе.
Дилиса Тимерғәли ҡыҙы 18 пенсионерҙы һәм инвалидты хеҙмәтләндерә. Һәр көн уларҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, ашарға әҙерләргә булыша, өйҙө йыйыштыра, дарыуҙар алып ҡайта. Уға иң ауыр сирлеләрҙе лә ышанып тапшыралар. Социаль хеҙмәткәр уларҙың һәр береһе менән уртаҡ тел таба. Үҙенең эшен ҙур яуаплылыҡ һәм ысын күңелдән башҡара ул. Ҡараған кешеләр хәстәрҙе тойһон өсөн ҡулынан килгәндең барын да эшләй. Хаҡлы ялдағыларҙан Дилиса Тимерғәли ҡыҙы тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә ишетергә мөмкин.
Беҙ 78 йәшлек пенсионер Әмирә Солтановала булдыҡ. “Мине Дилиса 21 йыл ҡарай. Ул булмаһа нимә булыр ине, белмәйем. Бик яҡшы, изге күңелле, саҡырыу менән килеп етә, күңелде күтәрә, дәртләндерә белә. Ошо ваҡыт эсендә туғандар кеүек булдыҡ. Ул минең барлыҡ проблемаларымды ла белеп тора. Үҙенең ғаиләһе дә булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙе бер ваҡытта ла онотмай”, — ти ул Дилиса Бабичева тураһында.
Дилиса Тимерғәли ҡыҙының йәшәү мәғәнәһе — оло йәштәгеләргә көнкүрештә файҙа килтереү, мәшәҡәттәрен еңеләйтеү, ысын күңелдән булышыу. Быны ул ихлас йөрәктән һәм теләп башҡара.
Үҙеңә ышанырға һәм башҡаларҙы ла быға өйрәтергә кәрәк. Ә бының өсөн социаль хеҙмәткәр үҙе ҡараған кешегә ышанырға, уға үҙенең йөрәк йылыһын, хәстәрен бирергә тейеш. Кешеләргә ҡарата мөхәббәт, эшләргә дәрт һәм теләк бар икән, маҡсатҡа ирешеп була. Мин ирештем тип уйлайым, хәҙер мин ҡараған өлкәндәрҙе Зинира Бикмөхәмәтова хеҙмәтләндерәсәк, — ти 20 йылдан артыҡ йөрәк йылыһын мохтаждарға өләшкән Дилиса Бабичева.
Венера Әғләмова.
Мишкә районы.