Глэмпинг — тәбиғәт менән заманса уңайлыҡты берләштергән ял итеү төрө. Биреләге “Түбәтәй” комплексы барлыҡ уңайлыҡтарҙан айырылмайынса тәбиғәттең гүзәллегенә сумырға мөмкинлек бирә. Ошондай урындарҙа төн ҡунып, ҡояшлы иртәләрҙә ҡоштар тауышына уяныу — хәҙер туристар өсөн ысынбарлыҡ.
Тантаналы сарала район етәкселеге, урындағы халыҡ, эшҡыуарҙар, туризм өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев үҙенең сығышында әлеге проекттың әһәмиәтен билдәләне. “Бөгөн беҙ район өсөн мөһим ваҡиға шаһитыбыҙ. “Түбәтәй” — ул туризмды үҫтереүҙә яңы йүнәлеш, беҙҙең өсөн яңылыҡ. Районда әлеге өлкәне үҫтереү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар — иҫ киткес гүзәл тәбиғәте, асыҡ күңелле, тырыш халҡы һәм географик урынлашыуы ла отошло. Лиана һәм Илдар Сәхиповтарҙы әлеге башланғыстары менән ысын күңелдән ҡотлайым һәм уңыштар теләйем”, — тине ул.
Сәхиповтар ғаиләһе, үҙ сиратында, әлеге проекттың маҡсаттары һәм перспективалары менән уртаҡлашты. “Түбәтәй” — ул ял итеү урыны ғына түгел, ә ауыл ерен үҫтереү, яңы эш урындары булдырыу һәм районға туристарҙы йәлеп итеүҙе арттырыу юлында яһалған мөһим аҙым.
Башҡа райондарҙа бындай заманса ял итеү урындарын күргәс, тормош иптәшем менән һөйләшеп, үҙебеҙҙә лә ошондай урын төҙөргә уйланыҡ. Бының өсөн бирелә барыһы ла бар — урыны матур, күл бар, һоҡланып туя алмаҫлыҡ тәбиғәт... Тик бына бер ниндәй ярҙамһыҙ ҙур эштәр башҡарып булмай. Бәхеткә, район, республика буйынса туризм йүнәлеше һуңғы йылдарҙа ныҡлы үҫешә. Үҙ эшеңде башлап ебәрер өсөн төрлө гранттар, субсидиялар бар. Беҙгә инде “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты ярҙамға килде. Шулай уҡ беҙҙең барлыҡ уйҙарҙы, маҡсаттарҙы хуплап, булышлыҡ күрһәткәндәре өсөн район хакимиәтенә рәхмәтлебеҙ, — ти Илдар Сәхипов глэмпинг комплексы менән таныштырғанда.
Мин бирелә бындай матурлыҡ күрермен тип уйламағайным! “Түбәтәй” рәхәтләнеп ял итеп, ысын тәбиғәт менән хозурланырға мөмкинлек бирә. Эшегеҙ уңышлы һәм дауамлы булһын, — тип изге теләктәрен еткерҙе Ҡариҙел ауылының “Минең бизнес” үҙәге етәксеһе Марина Мальцева.
Глэмпинг ҡунаҡтарға нимәләр тәҡдим итә һуң? 500 квадрат метрҙан артыҡ дөйөм майҙанда А-фрейм стилендә — алты, “Скандинавия” стилендә ике инновацион өй 32 кешене ҡабул итә ала. Махсус өйҙәрҙең барыһы ла ҡунаҡ бүлмәһе, ашхана, душ һәм йоҡо бүлмәләре менән йыһазландырылған.
Ҡунаҡтар өсөн мунса комплексы, быуа, махсус һуҡмаҡтар, һәр өйҙөң үҙ мангал мөйөшө булдырылған һәм, әлбиттә, таҙа һауа һәм иҫ киткес тәбиғәт күренештәре. Ер еләге һәм ҡурай еләге плантациялары ла бар бында хатта. Ҡыш көндәрендә тюбингта шыуыу урыны, мотоциклдарҙа һәм квадрациклдарҙа йөрөр өсөн “Джип-триал” трассаһын да булдырыуҙы күҙ уңында тота булдыҡлы Сәхиповтар. Дөйөм әйткәндә, “Түбәтәй” — ғаилә ялы, дуҫтар менән йыйылышыу, йәиһә көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, тәбиғәт менән бергә булыу өсөн яҡшы урын.
“Түбәтәй” глэмпингының асылыуы — ауыл ерендә туризмды үҫтереүҙең мөһим миҫалы. Был — кесе Ватанға мөхәббәт, хыялдарға тоғролоҡ һәм тәүәккәллек бергә ҡушылған проект. Ул туристарҙы йәлеп итеп, райондың визит карточкаларының береһенә әйләнер һәм урындағы туризм үҫешенә яңы ҙур этәргес бирер.
Фирғәт Нәбиуллин.