Йәнтөйәк
+22 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июнь , 17:40

Ике йыл Салауатһыҙ йәшәп торорбыҙ...

Оҙаҡламай һәйкәл алына, янындағы майҙан ябыла. Ҡасанға тиклем?    

Ике йыл Салауатһыҙ йәшәп торорбыҙ...
Ике йыл Салауатһыҙ йәшәп торорбыҙ...

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә халыҡты борсоған темаларҙың береһе күтәрелде – Салауат Юлаев һәйкәлен һәм уның янындағы майҙанды төҙөкләндереү. Тиҙҙән һәйкәлде һүтеп алалар, майҙанға инеү 30 июндән ябыла.

Реставрация Өфөләге махсус цехта үткәреләсәк. Ә реставрацияланған һәйкәлде асыу тантанаһы 2027 йылдың 11 октябренә планлаштырылған.

Уҙған аҙнала Рәсәй художество академияһы президенты Василий Церетели менән осрашыу булды, унда Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауҙың мөһим мәсьәләһе тикшерелде, тип хәбәр итте республика Башлығы.

– Һеҙ барығыҙ ҙа беләһегеҙ, беҙ ике йыл дауамында Салауат Юлаев һәйкәле торошона бәйле хәлде тикшерәбеҙ һәм анализлайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл шундай: һәйкәлдең йәше лә, атмосфера йоғонтоһо ла, технологик үҙенсәлектәре лә уға реставрация талап итеүенә килтерҙе, – тине Радий Хәбиров. – Ошо ваҡыт эсендә беҙ бөтә кәрәкле анализды яһаныҡ, байтаҡ эксперт учреждениеларын йәлеп иттек һәм һәйкәлде реставрациялау буйынса саралар планын төҙөнөк. Әлеге ваҡытта эштәрҙе башлау графигын билдәләнек, финанслау сығанаҡтары бар.

Төҙөкләндереү этаптары тураһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов һөйләне. Ул киләсәк быуындар өсөн Башҡортостандың тарихи символын һаҡлау маҡсатында ҡомартҡыны комплекслы фәнни тикшереүҙәр үткәрелеүе хаҡында әйтте. Улар араһында тарихи-архив һәм библиографик тикшеренеүҙәр, архитектура-археологик үлсәүҙәр һәм инженерлыҡ химик-технологик тикшеренеүҙәр бар. Һөҙөмтә бер: тиҙ арала төҙөкләндереү эштәрен башларға.

Һәйкәлде һаҡлау буйынса саралар өс этапта үтәсәк. Беренсе этап – әҙерлек. Уның сиктәрендә биләмә сикләнәсәк, төҙөлөш баҫҡыстары ҡуйыла, махсус техника һәм ҡорамалдар йыйыла. Был этап сентябрь айында тамамланасаҡ.

– Эштәрҙе башҡарыу өсөн ауыр төҙөлөш техникаһының ҡатнашыуы кәрәклеген иҫәпкә алыр кәрәк, тимәк, бөтә эш осоронда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында бөтә майҙан, Конгресс-холл алдындағы туҡталҡанан алып һәйкәлгә тиклем, тулыһынса кәртәләп алынасаҡ, биләмәгә инеү 2025 йылдың 30 июненән һәм эштәр башҡарылған осорҙа сикләнәсәк, – тине Рөстәм Ғәзизов. – Киләһе этап 2025 йылдың октябренән 2027 йылдың апреленә тиклем дауам итә. Ул иң әһәмиәтле, яуаплы, күп көс талап иткәне була. Был - һәйкәлде һүтеү, реставрациялау һәм яңыртылған килеш ҡуйыу буйынса эштәр комплексы. Реставрация Өфөлә махсус йыһазландырылған цехта үткәреләсәк.

Һуңғы этапта фонтанды реконструкциялау һәм Салауат Юлаев майҙанын төҙөкләндереү буйынса эштәр планлаштырылған, улар 2027 йылдың апреленән сентябренә тиклем башҡарыласаҡ. Вице-премьер майҙанды һуңғы тапҡыр реконструкциялау ике тиҫтә йыл элек, 2007 йылда, үткәрелеүен иҫкә төшөрҙө, шуға күрә уны яңыртыу талап ителә.

Эштәрҙе ойоштороу планына ярашлы, яңыртылған майҙан һәм фонтан менән һәйкәлде асыу тантанаһы 2027 йылдың октябренә планлаштырылған.

Фото: "Башинформ". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: