Йәнтөйәк
+22 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июнь , 10:10

Ҡара ҡарағат япрағы киптерҙегеҙме әле?

Әле уның иң шифалы сағы.     

Ҡара ҡарағат япрағы киптерҙегеҙме әле?
Ҡара ҡарағат япрағы киптерҙегеҙме әле?

 Халыҡ медицинаһында ҡара ҡарағат япрағын һалҡын тейеүҙән, подагранан, ревматизмдан, бәүел ҡыуығы ауырыуҙарынан, бөйөрҙә һәм бәүел ҡыуығында таш булғанда, шулай уҡ туберкулездан һәм тире ауырыуҙарынан файҙаланалар.

Шулай уҡ унда С витамины емешенә ҡарағанда ла күберәк. Өҫтәүенә, стафилококка, бәшмәктәргә, дизентерияны ҡуҙғытыусыларға ҡаршы көрәшеүсе матдәләр бар. Ҡандағы холестерин кимәлен төшөрә, шуның менән инфаркт һәм инсульт хәүефен кәметә. Һөйәктең формалашыуына йоғонто яһай, тештең эмален нығыта. Аҡһымдың таралыу процесында, матдәләр алмашыныуында ҡатнаша, углеводтарҙың үҙләштерелеүен тиҙләтә.  Бөйөрҙәрҙә таштар барлыҡҡа килеүен иҫкәртә, организмдан зарарлы матдәләрҙе сығарыша. Мускулдар эшмәкәрлеген яҡшырта. Тын юлдарын киңәйтеүгә булышлыҡ итә. Ҡара ҡарағат япрағынан төнәтмә  организмдан артыҡ бәүел кислотаһын сығарырға ярҙам итә.

Подаграны дауалау, тоҙҙар һәм матдәләр алмашыныуын көйләү өсөн

   Яңы өҙөлгән япраҡтарға  ҡайнар һыу ҡойоп, 1 сәғәт төнәтергә һәм әҙер булғас, һөҙөп алып эсергә.

  Һалҡын тейеүҙән һәм туберкулездан

 50 г кипкән япрағына 300 мл ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утта 20 минут бешерергә. Әҙер булғас, һөҙөп  алып эсергә.  Был төнәтмә бөйөр, бәүел ҡыуғы ауырыуҙарынан, шешенеүҙән бик яҡшы ярҙам итә.   Йәғни  ҡарағат япрағы сәйен даими эскәндә  цистит, уретрит, пиелонефрит  кеүек ауырыуҙар һәм шешенеү һеҙгә янамай.   

Ҡара ҡарағат япрағы төнәтмәһе шулай уҡ аш эшкәртеү трактындағы зарарлы микроорганизмдарға ҡаршы көрәшеү сараһы булып тора. Ашҡаҙан менән дә проблемалар булмаясаҡ.

Ҡарар ҡарағат япрағынан сәй

Бер ҡалаҡ ваҡланған  япраҡты эҫе һыу менән бешекләп алып, сәйнүккә һалырға һәм   ике стакан ҡайнар һыу ҡойорға. 20 минут тирәһе әҙер булыуын көтөргә. Был сәйҙе балға  ҡушып эсергә мөмкин. Дөйөм хәлһеҙлектән, тиҙ арыусанлыҡтан файҙаһы ҙур.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Автор:
Читайте нас: