Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса,
Дүшәмбе, 2 июнь, йәшенләп ямғыр яуа. Төндә һауа температураһы +14, көндөҙ +25 градусҡаса етә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, талғын.
Шишәмбе, 3 июнь, яуым-төшөм күҙалланмай. Төндә +14 градус, көндөҙ +17...+21 градусҡаса йылыта. Ел көнбайыштан.
Шаршамбы, 4 июнь, тәүлек әйләнәһенә ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан. Һауа температураһы төндә +14, көндөҙ +22 градус.
Кесаҙна, 5 июнь, ямғырлы көн көтә. Һауа температураһы тәүлек буйына +13...+19 градус. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын.
Йома, 6 июнь, болотло, яуым-төшөмһөҙ. Төндә +16, көндөҙ +21 градус. Ел көнбайыштан.
Икенсе ялдарҙа республикала ямғырҙар яуа. Шәмбе, 7 июнь, йәкшәмбе, 8 июнь, төндә +18 градус, көндөҙ +24 градусҡаса йылыта. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, көсәйеүсән.
Г. Дауытова фотоһы.