Әлеге ваҡытта мәғариф хеҙмәткәрҙәре корпустарға косметик ремонт үткәрә.
— Быйыл тәүге смена 7 июндән 27-һенә тиклем була, — тип һөйләне лагерь директоры Родион Шәйбәков. — 1 июлдән 21-енә тиклем уҙасаҡ икенсе сменаға тренер Александр Богданов етәкселегендә шөғөлләнеүсе йәш каратистар килә. Өсөнсө смена 24 июлдә асылып, 13 августа тамамланасаҡ. Лагерь балаларҙы ҡабул итергә әҙер. Территория дезинфекцияланған, вожатыйҙар составы комплектланған, аш-һыу бүлмәһе хеҙмәткәрҙәре һәм техник персонал да миҙгелгә әҙер, косметик ремонтты тамамларға ҡалды.
Йәйге миҙгелгә әҙерлек тулы көсөнә бара. Лагерҙы ремонтлауҙа Тымбай, Оло Сухояз, Сосновка, Сурай, Баймырҙа, Ҡайраҡ мәктәптәре хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм “Юлсы” үҙәге хеҙмәткәрҙәре беҙ барғанда стеналарҙы буяй ине.
Лагерь ете йәштән 17 йәшкә тиклемге 70 баланы һыйҙыра ала. Отрядтар йәш буйынса ойошторола. «Старт» территорияһында ике аш залы менән ашхана, медпункт, йәйге бассейн, бәҙрәф һәм душ бүлмәләре, өс мунса, клуб, спорт ҡаласығы, уйындар өсөн майҙансыҡ, дүрт йоҡо корпусы урынлашҡан. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: хәүефһеҙлек маҡсатында лагерҙа видеокүҙәтеү һәм һаҡ ҡуйылған.
«Стартта» ял итергә теләүселәр етерлек. Ата-әсәләрҙе уның урыны йәлеп итә. Лагерь ҡарағай урманы янында урынлашҡан. «Старт» ҡунаҡтары был урындарҙың матурлығын һәм тыныслығын һәр саҡ һыҙыҡ өҫтөнә ала. Юллама алыу өсөн документтар йыйыу ҙа ауырлыҡ тыуҙырмай. Бының өсөн махсус рәүештә рәсми сайт булдырылған rest.edu-rb.ru.
— “Башҡортостан Республикаһында йәшәгән һәм ял, һауыҡтырыу хеҙмәттәренә мохтаж һәм улар менән файҙаланған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе иҫәпкә алыу” дәүләт мәғлүмәт системаһында теркәлергә кәрәк, — тип аңлата мәғариф бүлеге белгесе Лилиә Мостафина. — Был сайтта республикабыҙҙың бөтә лагерҙары күрһәтелә. Баланың законлы вәкилдәре, ата-әсәләр үҙ логины һәм пароле аҫтында шәхси кабинет булдыра, унда мәктәп йәшендәге балаларҙың мәғлүмәттәрен тултыра. Бынан һуң сертификат алыу өсөн ғариза бирергә мөмкин.
Көн һайын Лилиә Финат ҡыҙы килгән ғаризаларҙы күҙәтә, мәғлүмәтте тикшерә һәм ата-әсәһенә шылтырата. Беренсе смена “Спорт&Дуҫлыҡ” тип аталасаҡ.
Виктория Ишмырҙина материалдары.
Мишкә районы.