Гөлназ Рәйес ҡыҙы ире Павел Владимирович менән алты бала тәрбиәләй. Өлкән улдары Айгиз Бөрө кооператив техникумында беренсе курста белем ала. Әминә менән София Мишкә 2-се урта мәктәбендә 4-се һәм 2-се кластарҙа уҡый. Жасмин менән Злата балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаиләнең иң кесе ағзаһы Евгения өйҙә тәрбиәләнә, уға ике йәш. Миҙалды тапшырыу тантанаһына Килдебаевтар ҡыҙҙары менән килде (һүрәттә).
Лепешкино ауылынан биш бала әсәһе Марина Илтубаева ла ”Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды. Марина Сәғит ҡыҙы йүнсел хужабикә. Ғаиләлә балалар үҙ-ара дуҫ-татыу булып үҫә. Хәстәрлекле әсә ул һәм ҡыҙҙарын үҫтереүгә һәм уҡытыуға ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай, уларҙа эшһөйәрлек тәрбиәләй, ата-әсәләр йыйылыштарына даими йөрөй, мәктәп ваҡиғалары менән танышып бара.
Ғаилә башлығы Анатолий Минғәли улы балаларына өлгө булып тора. Ул “Мечта” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры. Улдары Александр «ЛТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләй. Ҡыҙҙары Кристина микрофинанс операциялары буйынса белгес. Өлкән балалары ата-әсәһенән айырым йәшәй. Улдары Тимофей Бөрө ҡалаһының 9-сы урта мәктәбендә уҡый. Әминә менән Елизавета балалар баҡсаһына йөрөй. Бөтәһе лә һәләтле, төрлө ижади конкурстарҙа һәм спорт сараларында ҡатнаша һәм еңеү яулай.
Ике ғаиләлә лә ата-әсәләр балаларын белемле, аҡыллы итеп тәрбиәләү өсөн бар тырышлығын һала.
Светлана Тоймырҙина.