Йәнтөйәк
+22 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Май , 11:30

Республика данын лайыҡлы яҡланы

Александр Зәйнетдинов Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

Республика данын лайыҡлы яҡланы
Республика данын лайыҡлы яҡланы

Урта һөнәри уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн “Аграрий” агросәнәғәт комплексы өлкәһендә студенттарҙың башланғыстары һәм проекттары конкурсы үтте.
Унда Мишкә ауылынан Агросәнәғәт колледжы студенты Александр Зәйнетдинов ҡатнашып, “Агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙең инновацион йүнәлештәре” номинацияһында беренсе урын яуланы.
— Проект “Башҡортостан Республикаһында кәзәселекте үҫтереүҙең файҙаһы: яңы технологиялар һәм продукттар” темаһына арналды, — тип һөйләне Александр. — Тема ҡыҙыҡлы, әммә ҡатмарлы. Кәзәселектең ауыл хужалығында көнүҙәк йүнәлеш булыуын, ә кәзә һөтөнөң файҙалы икәнлеген иҫбатларға кәрәк ине. Билдәле булыуынса, кәзә һөтөндә витаминдар күп, ә майҙар аҙ, шуға ла ул сабыйҙар өсөн хәүефһеҙ.
Маҡсатсан егет бындай конкурстарға етди әҙерләнергә, борсолмаҫҡа тырышырға кәрәк, тип иҫәпләй. Әлеге ваҡытта ул «Ашнаҡсы, кондитер» белгеслеге буйынса икенсе курста уҡый. Үҙе әйтеүенсә, һурпа һәм ит рулеттары әҙерләргә ярата.
Егетте конкурсҡа әҙерләүсе колледждың производствоға өйрәтеү мастеры Екатерина Цыбанева уҡыусыһының уңышлы сығышы өсөн бик шат.
— Александрға билдәле ғалимдар, фән докторҙары ҡатнашҡан конференцияла тикшеренеү эшен 0яҡларға кәрәк ине. Сара Адыгея Республикаһының баш ҡалаһы Майкопта үткәнлектән, яҡлау дистанцион рәүештә булды. Конкурста Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан студенттар ҡатнашты, әммә Башҡортостандан беҙ генә инек. Республика намыҫын Александр ҙур яуаплылыҡ менән лайыҡлы яҡланы.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Бөтә Рәсәй конкурсында уңышлы ҡатнашыу колледж студентына юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтәмә ун балл бирә, өҫтәүенә, бындай кимәлдәге диплом стипендия артыуына йоғонто яһай.

Виктория Ишмырҙина.
Мишкә районы

Автор:
Читайте нас: