Бөгөн колледждың 31-се төркөм уҡыусылары «Ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы» белгеслеге буйынса Олег Мальцев, Никита Боярский һәм 21-се төркөм уҡыусылары «Ауыл хужалығы производствоһы мастеры» белгеслеге буйынса Константин Лепихин, Максим Шишкин, Никита Михеев, Эмиль Ғәләүетдинов, Дмитрий Ғилманшин, Евгений Иванчик, Николай Лепихин Александр Зверев етәкселегендә ауыл хужалығы предприятиеһында практика үтә (һүрәттә).
Күп кенә балалар С категориялы водитель таныҡлығы алды ла инде. Шуға күрә уларға заманса тракторҙар менән идара итеүҙе ышанып тапшырҙылар. Егеттәр ауыл хужалығы техникаларында остаздары менән бер рәттән баҫыуҙа эшләй.
— «Зуевское» йәмғиәтендә практика үтеү ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бында үҙ эшенең оҫталары йыйылған. Үҙ аллы өйрәнергә һәм эшләргә мөмкинлек бирәләр. Практика барышында тәжрибә һәм аныҡ күнекмәләр алабыҙ, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты егәрле студент Максим Шишкин.
— Производствола эшләү — ҙур яуаплылыҡ. Бында мин теоретик белемдең практикала нисек ҡулланылыуын күрәм һәм артабан һөнәребеҙҙә уңышҡа өлгәшеү өсөн колледжда яҡшы уҡыуҙың ни тиклем мөһим икәнен аңлайым, — тип өҫтәне Константин Лепихин.
Ауыл хужалығы колледжы уҡытыусылары йәш кадрҙар хеҙмәт коллективтарының ныҡлы таянысы булырына ышана.
Зөлфирә Инсапова.