Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
28 Май 2025, 06:25

Һәр кемде иманға саҡырып торһон

Асҡын ауылында яңы төҙөлгән мәсеткә манара ҡуйҙылар.

Һәр кемде иманға саҡырып торһонҺәр кемде иманға саҡырып торһон
Һәр кемде иманға саҡырып торһон

 

Иҫтәлекле сарала  район хакимиәте башлығы Динис Йосопов,  Асҡын, Ҡариҙел, Балтас, Мишкә райондары ахуны Зөфәр Ғиндуллин, райондың имам-мөхтәсибе  Рөстәм Ғәйзуллин, ауылдарҙың имам-хатиптары, мәсет төҙөлөшөнә  үҙ өлөштәрен индереүселәр ҡатнашты.

Асҡын ауылының Энтузаистар урамында мәсет төҙөү эштәре дауам итә.  Тәүге таш 2023 йылдың 24 июнендә һалына. Һәм бына быйыл 23 майҙа мәсет өҫтөнә манара ҡуйылды. Уның башында балҡып торған ярым ай әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып тора.

«Асҡын электр селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте техника менән тәьмин итте, ә предприятие етәксеһе Илшат Мәғдәнур улы Мөхәмәтшин шәхсән ҡатнашты. Александр Ханжин  — кран,  ә Илназ Сиражетдинов күп функциялы кран манипуляторы менән идара итә. Вәлинур хәҙрәт Хөрмәтуллин Һәм Ралит Вәлинуров манараны һәм ярым айҙы тәғәйенләнгән урындарына күтәрҙе. Иретеп йәбештереү оҫталары Данфир Мәхийәнов һәм Фәнүз Әбхәлимов металл конструкцияға йән өрөп,  манара яһаны. Был мәлдә хәҙрәттәр тәҡбир әйтте. Манара ҡуйылғас, улар мәсеткә инеп, намаҙ уҡыны,ә ҡатын-ҡыҙҙар сәй әҙерләне.

Вәлинур хәҙрәт билдәләүенсә, мәсет бинаһында эштәр тамамланған тиерлек: стеналары штукатурланған, түшәмде һәм иҙәнде ҡаплау, газ үткәреү һәм территория тирәһен кәртәләп алыу ҡалған.

Иман йорто халыҡтың иғәнә аҡсаһына төҙөлә, шуға күрә был изге эшкә һәр саҡ ҡушылырға мөмкин. Мәсет, әйтерһең дә, Асҡын ауылының яңы биҫтәһендә иман нурын таратырға үҙ ишектәренең асылыуын көтә.

Фәйрүзә Юнысова.

 

Һәр кемде иманға саҡырып торһон
Һәр кемде иманға саҡырып торһон
Һәр кемде иманға саҡырып торһон
Һәр кемде иманға саҡырып торһон
Һәр кемде иманға саҡырып торһон
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас