Йәнтөйәк
+22 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Май , 09:53

Эҫе көндәр оҙаҡҡа килмәгән...

Июндә ямғырһыҙ көндәр бармаҡ менән генә һынарлыҡ була.    

Эҫе көндәр оҙаҡҡа килмәгән...
Эҫе көндәр оҙаҡҡа килмәгән...

Башҡортостанға килгән эҫе июнь башына тиклем дауам итәсәк. Йәй айының тәүге көндәрендә ул түбәнәйә. Июнь бик эҫе булмаясаҡ. Һауа торошо фаразы менән Гисметео синоптиктары таныштырҙы.

Рәсәй метеохеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 3 июндә термометр бағанаһы көндөҙ +23 градусҡаса төшә. Төндә һауа температураһы ғәҙәти күрһәткескә әйләнеп ҡайта: +13 градус.

1 июндән ямғырҙар яуа башлай. Яуым-төшөм температураның түбәнәйеүенә ҙур йоғонто яһай. Әммә +21 градустан түбәнерәк һәм төндә +13 градустан кәм булмаясаҡ.

Рәсәй метеорологтары июндә ямғырһыҙ бер нисә көн генә фаразлай.

Автор:Альфия Мингалиева

Автор:
Читайте нас: