Ҡот осҡос авария Һамар өлкәһенең Сызрань ҡалаһы янында булған...
Кис көнө ауыр хәбәр еткерәбеҙ: Өфө ҡалаһынан өс яҡташыбыҙ Һамар өлкәһендә юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булған. Вафат булыусылар араһында Инорс мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусыһының да булыуы асыҡланған.
"Урал" М5 федераль трассаһының 897-се километрында ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. "Мерседес" ҙур йөк машинаһы менән "Форд Фокус" автомобиле бәрелешкән. Ваҡиға урынында шунда уҡ 31 йәшлек автомобиль водителе, 79 һәм 59 йәшлек пассажир ҡатын-ҡыҙҙар вафат булған.
Әле ваҡиға урынында тикшереү эштәре башланған, авария сәбәптәре асыҡлана.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!
Фотоҙ:видеонан скриншот.