Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
27 Май 2025, 10:20

Милли музейҙа мөхәррирҙәр осрашасаҡ

1 июндә, «Китап-Байрам» III халыҡ-ара китап йәрминкәһенең эшлекле программаһы буйынса БР-ҙың Милли музейында "Мираҫ биттәре: Башҡортостан баҫмаларының хәҙерге медиа киңлектәге роле" тигән сара уҙасаҡ.

Милли музейҙа мөхәррирҙәр осрашасаҡМилли музейҙа мөхәррирҙәр осрашасаҡ
Милли музейҙа мөхәррирҙәр осрашасаҡ

 Унда мөхәррирҙәр һәм нәшриәт вәкилдәре осрашасаҡ. 

Сарала ваҡытлы баҫма биттәрендә Башҡортостандың патриотик йүнәлешле һәм тарихи-мәҙәни мираҫын популярлаштырыу мәсьәләләрен тикшереү; киң уҡыусылар араһында талап ителгән заманса сифатлы контент булдырыу; «цифрлы» контент индереү; Башҡортостандың нәшриәт эшендә механизмдарҙы һәм инструменттарҙы, уңышлы проекттарҙы һәм ижади башланғыстарҙы тикшереү; медиа киңлегендә йәштәр аудиторияһын йәлеп итеү һәм баҫмаларҙы таратыу проблемалары буйынса әңгәмә ҡороласаҡ.

Башланыу ваҡыты һәм урыны: 2025 йылдың 1 июне, 11:00 сәғәттән 12:00 сәғәткә тиклем, Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14-се йорт, каб. 215.

Автор:Айбулат Ишназаров
Автор:
Читайте нас