Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
27 Май 2025, 05:49

Белем шишмәһен һаҡлаусы

Тырыш хеҙмәтегеҙ халыҡҡа файҙалы булып ҡала бирһен! Хөрмәтле китапхана хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Белем шишмәһен һаҡлаусыБелем шишмәһен һаҡлаусы
Белем шишмәһен һаҡлаусы

Бөрө ҡалаһының 2-се китапханаһы китаптарҙы һаҡлау урыны ғына түгел, ә райондың мәҙәни үҙәге булып тора. Унда төрлө саралар ойошторола, социаль проекттар тормошҡа ашырыла.
Китапхана 35 йылдан ашыу халыҡтың социаль яҡланмаған төркөмдәрен, шул иҫәптән инвалидтар, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, пенсионерҙар менән эшләүҙе өҫтөн ҡуйып, уларға махсус программалар ойоштора, уңайлы шарттар булдыра.
2018 йылдан китапхана «Мәрхәмәт һәм китап» программаһы буйынса инвалидтарҙы социаль яраҡлаштырыу буйынса эш алып барған ойошмалар менән тығыҙ бәйләнеш булдырып, социаль өлкә учреждениелары менән берлектәге проекттар өҫтөндә эшләй.
Китапханала төрлө тематик күргәҙмәләр, әҙәби кисәләр, оҫталыҡ дәрестәре һәм «Китапхана төнө» кеүек саралар үткәрелә. Алһыу Хафизова — тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Хеҙмәт юлын мәктәптә уҡытыусы булып башлаһа ла, китаптар араһында эшләү күңеленә яҡыныраҡ икәнен аңлай һәм 2016 йылда китапханаға күсә. Алһыу Хәниф ҡыҙы үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән яратып башҡара, кешеләргә һораған китаптарын табырға ярҙам итә, саралар уҙғара һәм һәр кемгә уңайлы мөхит булдыра. Уның тырышлығы менән китапхана уҡыусылар өсөн иң яратҡан урындарҙың береһенә әйләнде.
Алһыу Хафизова ғаиләһе менән дә бәхетле. Ул һөйөклө ҡатын һәм хәстәрлекле әсә. Тормош иптәше менән ике ул тәрбиәләй.
Китапханасыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге һәм илһам теләйбеҙ!


Камила МӨХӘМӘТОВА.

Бөрө районы.

 

Автор:
Читайте нас