

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Һеҙҙе тыныс һәм уңышлы көндәр көтә. Алдан тәғәйенләнгәнде ашыҡмай ғына булдырырһығыҙ. Тәжрибәгеҙ хаталарҙан, яңылыш аҙымдарҙан һәр саҡ ҡурсалап торор. Аҡса, милек эштәрендә шаршамбыла һаҡ булығыҙ.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Яҡшы аҙна. Кемдер яңы эште һәйбәт кенә башлап ебәрер, бәғзеләр күптән туҡтап торған эшенә ҡабат тотонор. Шуны онотмағыҙ: шишәмбелә оҙаҡ уйламай, бик етеҙ эш итеүегеҙ мөһим. Кесе йомала өмөтлө һөйләшеү көтөлә.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Был арала кеше араһында күп булырһығыҙ. Һәр осраҡта ла үҙегеҙҙе ыңғай яҡтан күрһәтә алырһығыҙ. Аралашыуҙа бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ кисермәҫһегеҙ. Башҡалар араһында фекерегеҙ үтемле булыр.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Көсөргәнешле көндәр көтөлә. Үҙ эшегеҙ күбәйер, башҡалар ҙа йомоштары менән даими мәшәҡәтләп торор, моғайын. Кесе йомала бер-нисә өмөтлө уй-фекер ишетерһегеҙ. Йомала бүләк алырһығыҙ кеүек.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр күбәйеп китергә оҡшай. Шул арҡала ниндәйҙер ҙур эште ваҡытында башҡара алмаҫһығыҙ. Шаршамбыла кемдер элекке бурысығыҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөр.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Ҡәҙимге осор. Шишәмбенән һуң бер аҙ мөмкинлектәрегеҙ киңәйер. Күптән уйлап йөрөгән уйығыҙҙы тормошҡа ашырырға форсат сығыр. Йомала юғалтыуҙарға осрарһығыҙ, аҡса менән һаҡ эш итегеҙ.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Иғтибарһыҙлығығыҙ арҡаһында ике хата яһарһығыҙ кеүек. Тәүгеһен шунда уҡ төҙәтерһегеҙ. Икенсеһенә ваҡыт үткәс кенә төшөнөрһөгөҙ. Был арала бәғзеләргә ҡарата ышанысығыҙ ҡырҡа кәмер.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Уйламаған мәшәҡәттәр күбәйер. Алдан төҙөгән планығыҙ буйынса эш итә алмаҫһығыҙ. Шәхси мөнәсәбәттә ыңғай үҙгәрештәр беленер. Ҡайһы бер элекке үпкәгеҙ бөтөнләй онотолор.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Әүҙем, егәрле кешеләр өсөн көндәр яҡшы буласаҡ. Уйламаған өлкәлә ыңғай үҙгәрештәр асыҡ беленер. Шаршамбыла яҡын кешегеҙ менән етди һөйләшеү булыр. Унан һуң күңелегеҙ күтәрелер.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Был арала ниндәйҙер етди мәсьәләне хәл итерһегеҙ. Бәғзеләр шунда уҡ өр-яңы эшкә тотонор. Һәр хәлдә лә йондоҙҙар һеҙҙең яҡлы булыр. Кесе йомала тәжрибәле кешенән бик урынлы кәңәш ишетерһегеҙ.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Ҡәҙимге яҡшы таныш мәсьләләр ыңғай хәл ителер. Яңы эштәрҙе лә һәйбәт булдырырһығыҙ. Шаршамбыла тәжрибәгеҙ етди хатанан ҡурсалар. Юғиһә, уны төҙәтеү һеҙҙән күп ваҡыт талап итер ине.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала ниндәйҙер күмәк сарала ҡатнашырһығыҙ. Унда ыңғай ваҡиғаларға осрарһығыҙ. Кесе йомала уйламаған хәлдәр килеп сығыуы ихтимал. Улар араһында киреләре лә булыуы мөмкин.
ӨМӨТБАЙ.