Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Общие статьи
19 Май 2025, 05:00

Йәш сәсәндәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Ҡариҙел ауылында "Урал батыр" эпосын башҡарыусы  йәш сәсәндәрҙең XXVII төбәк-ара конкурсының төбәк этабында асҡындар лайыҡлы сығыш яһаны

Йәш сәсәндәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!Йәш сәсәндәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Йәш сәсәндәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Ҡариҙел ауылында "Урал батыр" эпосын башҡарыусы  йәш сәсәндәрҙең XXVII төбәк-ара конкурсының төбәк этабы үтте. Унда Асҡын, Ҡариҙел, Мәсетле, Ҡыйғы, Дыуан, Салауат, Балаҡатай райондарынан бәйгеселәр ҡатнашып, халҡыбыҙҙың рухи мираҫы булған эпосты яттан һөйләүҙә оҫталыҡтарын күрһәтте.

Асҡын районынан мәртәбәле конкурста биш бәйгесе ҡатнашты.  Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Амелия Хисаметдинова менән Йәсминә Рәжәпова (етәкселәре Гөлнур Исламова) Рәхмәт хаттары алды. Шулай уҡ ошо баҡсанан Камила Хажиәкбәрова (етәксеһе Гөлнур Исламова) — 2-се урынға,  Яңы Ҡаҙансы мәктәбенән Гөлнур Фазлыева (етәкеһе Ләйсән Фәүзиева) 3-сө урынға лайыҡ булды.

Ә “Күк сәскә” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Эмиль Ғәлләмов (етәксеһе Рушания Шәрәфетдинова) 1-се урын яуланы. Һәләтле малай “Урал батыр” эпосынынан 83 юлды башҡорт телендә тасуири һөйләп, мәртәбәле жюри ағзаларын һоҡландырҙы һәм мәктәпкәсә йәштәгеләр араһында 1-се урынға лайыҡ булды. Ул “Карамелька” өлкән төркөмөнә йөрөй, Рушания Әүхәт ҡыҙы етәкселегендә ҡубыҙҙа уйнарға өйрәнгән.  Эмиль конкурстың июндә Өфө ҡалаһында үтәсәк һуңғы республика этабында ҡатнашасаҡ.

Ҡариҙелдән уңышлы сығыш яһап ҡайтҡан йәш сәсәндәребеҙҙе, уларҙы әҙерләгән етәкселәрҙе, ата-әсәләрҙе, кейемдәр теккән, әҙерләгән апайҙарҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Ә Эмиль Ғәлләмовҡа бәйгенең республика этабында ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Илһөйәр Махатова.

Фотолар “Күк сәскә” балалар баҡсаһы сәхифәһенән алынды.

Йәш сәсәндәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Йәш сәсәндәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Йәш сәсәндәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Йәш сәсәндәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Йәш сәсәндәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас