

Фәридә Ғаян ҡыҙы Асҡын районының Арбаш ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, ҡыҙ Бөрө медицина училищеһына уҡырға инә. 1980 йылда йәш белгес Асҡын район дауаханаһының терапия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эш башлай, практикаларҙы ла бирелә үтә. Үҙенең тырышлығы һәм намыҫлы хеҙмәте менән ул бүлектең өлкән шәфҡәт туташы вазифаһына күтәрелә.
1985 йылда Фәридә Сөләймәнова кейәүгә сыға һәм ире менән Үзбәкстанға күсеп китә. Унда ла һөнәре буйынса эшләй.
1992 йылда, ҡатмарлы, буталсыҡ осор ваҡытында, Сөләймәновтар Башҡортостанға ҡайта. Ҡариҙел районында төпләнеп, Байҡы ауылында өй төҙөп сығалар. Фәридә Ғаян ҡыҙы Байҡы дауаханаһында инфекция бүлегендә шәфҡәт туташы булып эш башлай. 2006 йылда медицина учреждениеһы ябылғас, ул Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһына эшкә күсерелә.
Фәридә Ғаян ҡыҙы яратҡан һөнәре, район дауаханаһы коллективы тураһында айырым йылылыҡ менән һөйләй. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн ул “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” билдәһенә лайыҡ була, район хакимиәтенең һәм дауахананың Почет грамоталары менән күп тапҡырҙар бүләкләнә.
Фәридә Сөләймәнова өйөндә лә уңған хужабикә, улы Ринат һәм ҡыҙы Гүзәл өсөн хәстәрлекле әсәй һәм өс ейәне өсөн һоҡланғыс өләсәй. Балалары йыш ҡайта, хужалыҡта ярҙам итә. Улар ҡайтыуға өҫтәлдә һәр ваҡыт тәмле былау һәм бәлеш әҙер. Баҡсалары ла ҙур, унда йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫтерә ул.
Зилә Нурлыҡаева.
Ҡариҙел районы.