

Ҡариҙелдәр гуманитар ярҙам йыйҙы. Уны район башлығы Айҙар Шәйҙуллин үҙе оҙатып барҙы.
– 17 подразделение яугирҙәре менән осраштыҡ. Улар көс, сыҙамлыҡ һәм ҡаҡшамаҫ рух күрһәтә. Иң ҙур шатлыҡ – яҡташтарыбыҙҙы тере, дәртле һәм һынмаҫ итеп күреү. Егеттәрҙең кәйефе яугирҙәрсә, күҙҙәре яна нимә өсөн көрәшкәндәрен беләләр.
Һәр шундай осрашыу саф һауа һулаған кеүек – уларҙың йылмайыуы, көслө ҡул биреп тороуы, арығанлыҡ аша шаяртыуҙары. Яугирҙәр алғы һыҙыҡта тора, әммә уларҙың рухы ҡаҡшамаҫ һәм был илһамландыра. Беҙ иң ҡыйыу, иң сыҙамлыларҙың яҡлауы аҫтында. Улар беҙҙең тыныслыҡ, азатлыҡ өсөн көрәшә һәм беҙ улар алдында мәңгелек бурыслыбыҙ.
Район халҡына ҙур рәхмәт йөҙөнән беҙ яугирҙәргә йыйылған бөтә гуманитар ярҙамды тапшырҙыҡ: бер нәмәне лә онотманыҡ, бөтәһен дә алып барып еткерҙек.
Осрашыуға беҙҙең “Луна” ла килде, уға ла гуманитар йөк һәм дарыуҙар тапшырҙыҡ. Дауаханалағы бөтә ауырлыҡтарға һәм йоҡоһоҙ төндәргә ҡарамаҫтан, ул йылмайып ҡаршы ала һәм бер ҡасан да зарланмай. Дөйөм изгелек өсөн эшләгәнен белә.
Яугирҙәр туғандарының посылкаларын алғанда айырым хис-тойғолар кисерә. Беҙҙең яҡлаусылар өсөн был әйберҙәр генә түгел, ә ул – өйөбөҙҙөң бер өлөшө, яҡындарыбыҙҙың йылыһы һәм уларҙы нимә көтә икәнен иҫкәртеү. Ихлас йылмайыу, күҙҙәрендәге осҡон һәм сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре – бына нимә иң ҡәҙерлеһе.
Улар беҙҙең өсөн көрәшә. Ә беҙ мөмкин тиклем ярҙам итәбеҙ. Бергә беҙ – көс! – тип белдерҙе Айҙар Әнғәм улы.
Фотолар сығанағы: Айҙар Шәйҙуллин.
Автор:Рәмилә Мусина