Йәнтөйәк
+22 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Май , 13:06

Һөйөнсө!!! Әмирҙәр 1-се урын яуланы!

"Айыҡ ауыл-2024" республика конкурсының һөҙөмтәләре билдәле булып, еңеүселәр бүләкләнде

Һөйөнсө!!! Әмирҙәр 1-се урын яуланы!
Һөйөнсө!!! Әмирҙәр 1-се урын яуланы!

Бөгөн Өфө ҡалаһының "Башҡортостан" дәүләт концерт залында 2024-2025 йылғы "Айыҡ ауыл" республика конкурсын йомғаҡлау, еңеүселәрҙе билдәләү, бүләкләү тантанаһы үтте. Шуныһы ҡыуаныслы, бүләкләнеүселәр араһында Асҡын районының Әмир ауылы вәкилдәре лә бар. Мәртәбәле бәйге һөҙөмтәләре буйынса “Урта ауылдар” номинацияһында Әмир ауылы 1-се урын яуланы һәм дүрт миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булды!
Әмирҙәрҙе лайыҡлы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ! Үҙҙәренең берҙәмлеге, тырышлығы, матур, сәләмәт йәшәүгә ынтылыштары менән улар был еңеүгә лайыҡлы икәндәрен иҫбат итте.
“Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы Әмир ауылы халҡы бихисап матур саралар үткәрҙе. Ауылда билдәле яҡташтарының шәжәрәләрен, ауыл тарихын өйрәнеү, төрлө һуғыштарҙа ҡатнашҡан яугирҙарҙы иҫкә алыу, йәш быуында уларға хөрмәт, илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарылды. Быларҙың барыһы ла халыҡтың берҙәмлеге, уңғанлығы нәтижәһендә тормошҡа ашырылды.
Афарин, әмирҙәр! Тырышлығығыҙ уңышҡа илтте, артабан да әүҙемлегегеҙ һүрелмәһен!
Бүләкләүҙәр бының менән генә тамамланманы: район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Сәйфит улы Ямалетдинов район үҫешенә индергән ҙур өлөштәре өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде.

Әйткәндәй, «Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостан Башлығы Гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла


Илһөйәр Махатова.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: