Йәнтөйәк
+22 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Май , 17:20

Олатайҙарының яу юлын өйрәнеп

Еңеү көнө алдынан Мөнир, Винер һәм Дим Ғәлиевтар ғаиләләре менән Волгоград өлкәһенә барып, олатайҙары ерләнгән Туғанлыҡ ҡәберенә сәскәләр һалды, хөрмәт менән иҫкә алды

Олатайҙарының яу юлын өйрәнеп
Олатайҙарының яу юлын өйрәнеп

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан Мөнир, Винер һәм Дим Ғәлиевтар ғаиләләре менән Волгоград өлкәһенең Серафимович районы Усть-Хоперск ауылына барып, Бөйөк Ватан һуғышының Сталинград алышында һәләк булған олатайҙары Зыя Ғәли улы Ғәлиев ерләнгән Туғандар ҡәберлегенә сәскәләр һалды, ҡәҙерле кешеләрен ғорурлыҡ, хөрмәт менән иҫкә алды, ошо дәһшәтле алыш үткән ерҙәрҙе ҡарап ҡайтты.

Сығышы менән Яңы Ҡаҙансынан булған Зыя Ғәли улы Ғәлиев 1942 йылда Сталинград алышында ҡатнашып, һәләк була һәм 400 башҡа һалдат менән бергә Серафимович районы Усть-Хоперск ауылы эргәһендә ҡалҡыулыҡта ерләнә. Һуғыштан һуң ошо ерҙә һәләк булған яугирҙар хөрмәтенә “1942-1943 йылдарҙа Сталинград алышында һәләк булған совет яугирҙарының Туғанлыҡ ҡәбере” тигән һәйкәл ҡуйыла. Зыя Ғәли улының Өфөлә йәшәүсе ейәне Мөнир Зиннәтулла улы Ғәлиев “Хәтер китабы”нан олатаһының ҡайҙа ерләнеүен асыҡлай, 2015 йылда ошонда барып, олатаһының ерләнгән урынын табып, күреп ҡайта һәм бына быйыл, Еңеү көнө алдынан, ҡустылары — Баҙансат ауылында йәшәүсе Винер Зиннәтулла улы һәм Асҡын ауылында йәшәүсе Дим Зиннәтулла улдарын ғаиләләре менән барып күреп ҡайтырға саҡыра. Шулай өс ғаилә 9 май алдынан тарихты барларға, олатайҙарын иҫкә алырға сәфәргә сыға.

  • Волгоград өлкәһенә, бигерәк тә Серафимович районы Усть-Хоперск ауылына барып алған тәьҫораттарҙы әйтеп аңлатып булмай. Унда ни тиклем алсаҡ, тырыш халыҡ йәшәгәнлеген, һуғыш тураһында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлағандарын, ветерандарға, тыныс тормош бүләк иткәндәргә хөрмәт менән ҡарағандарын күреп һоҡланып ҡайттыҡ. Беҙҙе Усть-Хоперск ауыл биләмәһе башлығы Сергей Михайлович Ананьев үҙе оҙатып йөрөнө, ҡалҡыулыҡты (ул хәҙер “Высота 220 — Чепелев курган” тип атала) күрһәтеп, белгәндәрен һөйләне, ауыл менән таныштырҙы. Беҙ барыр алдынан ғына ошо һәйкәл нигеҙенә 2000 йылда күмелгән капсуланы — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының 21-сы быуат быуынына яҙып ҡалдырған мөрәжәғәтнамәһен асыу тантанаһы булған. Ошо һәйкәлдә әлегә беҙҙең олатайҙы ла индереп, ни бары дүрт һалдаттың ғына исем-шәрифе асыҡланған. Усть-Хопер ауылында Советтар Союзы Геройы — 18 йәшлек чечен егете, пулемет взводы командиры Ханпаша Нурадил улы Нурадиловҡа бюст ҡуйылған. Беҙ ҙә олатайыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында уға ошо ерҙә таҡтаташ ҡуйырға рөхсәт һорап, хәрби комиссариат исеменә ғариза яҙып ҡалдырҙыҡ.

Ошо совет һалдаттары күмелгән Туғанлыҡ ҡәбере, һәйкәл урынлашҡан ялан яҙ һайын ләлә сәскәләренә күмелә икән. Беҙ барғанда улар сәскәләрен ҡойғайны. Бында ысын йәй ине инде, баҡсалар ултыртылған, баҫыуҙар һөрөлгән, сәсеү эштәре бара. Бөтә ерҙә бөхтәлек, таҙалыҡ, ауыл ҙур булмаһа ла газ кергән, юлдар асфальт, өйҙәр төҙөк. “Тихий Дон” киноһының да ошо ерҙәрҙә төшөрөлөүе тураһында һөйләне ауыл биләмәһе башлығы. Шулай итеп, өс көнлөк сәфәребеҙҙә иҫ киткес бай тәъҫораттар алып, күңелебеҙҙе байытып, Дон йылғаһы буйҙарының матурлығына һоҡланып,  ата-бабаларыбыҙға булған хәтерҙе яңыртып, хөрмәтте арттырып йөрөп ҡайттыҡ. Алла бойорһа, алдағы йылда ла Еңеү көнө алдынан ошолай барып, олатайыбыҙҙың исемен мәңгеләштереп ҡайтырға һүҙ ҡуйыштыҡ, — тип һөйләне Дим Зиннәтулла улының тормош иптәше Глүсә Хисаметдин ҡыҙы.

Илһөйәр Махатова.

Глүсә Ғәлиева фотолары.

Олатайҙарының яу юлын өйрәнеп
Олатайҙарының яу юлын өйрәнеп
Олатайҙарының яу юлын өйрәнеп
Олатайҙарының яу юлын өйрәнеп
Олатайҙарының яу юлын өйрәнеп
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: