Йәнтөйәк
+22 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Май , 13:00

Ҡасан ғына көн йылыныр?

Синоптиктар май аҙағына һәм июнь башына көн торошон фаразланы.

Ҡасан ғына көн йылыныр?
Ҡасан ғына көн йылыныр?

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итеүенсә, республикала ямғырҙар йомала, 16 майҙа, туҡтаясаҡ. Ял көндәрендә – 17 һәм 18 майҙа яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә +3,+8 градус, көндөҙ термометр бағанаһы +17,+22 градусҡа тиклем күтәреләсәк.

 «Гисметео» порталы майҙың икенсе яртыһына һәм июндең беренсе яртыһына фараз бирә. Май аҙағына тиклем һауа температураһы +20, +24 градусҡаса йылы буласаҡ.

18 майҙа  йәнә болотло буласаҡ, ямғыр яуыу ихтималлығы артасаҡ. Июндә ямғырлы көндәр аҙыраҡ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +20 градустан юғарыраҡ торасаҡ.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, май айында һауа температураһы норманан юғарыраҡ йәки сиктәрендә һаҡлана, йәғни +11, +14 градус һәм унан юғарыраҡ, июнь айында нормаға яҡын йәки унан түбәнерәк, +16, +19 градус тирәһе.

Май һәм июнь айҙарында яуым-төшөм норма сиктәрендә буласаҡ.

Автор:Гөлнара Солтанова
Автор:
Читайте нас: