Йәнтөйәк
+22 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Май , 16:05

Бәпембә рак күҙәнәктәрен юҡ итә ала

Рецепты түбәндәгесә: ике йыллыҡ (сәтәкәй бармаҡ йыуанлыҡ) бәпембә тамырҙарын ҡаҙып алып, таҙалап йыуығыҙ һәм...

Бәпембә рак күҙәнәктәрен юҡ итә ала
Бәпембә рак күҙәнәктәрен юҡ итә ала

Бәпембәнең шифаһы борон-борондан билдәле булған. Уның тамырынан сәй, дөрөҫөрәге ҡәһүә эшләп эскәндәр.

Ғалимдар бәпембә тамырының яман шеш (рак) күҙәнәктәренә тәьҫире химия терапияһына ҡарағанда ла һөҙөмтәлерәк булыуын асыҡлаған.

Рецепты түбәндәгесә: ике йыллыҡ (сәтәкәй бармаҡ йыуанлыҡ) бәпембә тамырҙарын ҡаҙып алып, таҙалап йыуығыҙ. 1,5 – 2 сантиметр итеп киҫкеләп, табала йәки мейестә (духовкала) һарғылт-һоро төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырып алығыҙ. Һыуынғас, ошо ҡатнашманы ҡәһүә тарттырғыс аша үткәрегеҙ. Ғәҙәти ҡәһүә кеүек яһап эсегеҙ. Әйткәндәй, тәме ысын ҡәһүәнән айырылмай тиерлек. Һөт өҫтәп эсергә лә мөмкин.

Автор фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас: