

Оҙайлы май байрамдары йылы һәм ҡоро көндәре менән әллә ни ҡыуандырманы. Йә һыуытты, йә ямғыр яуҙы. Әле лә ошондай көндәр тороуон дауам итә. Ҡасан йылытыр? Башҡортостанда һауа торошо киләһе аҙна уртаһында ғына яҡшырыуы ихтимал. Шаршамбыға тиклем ямғырҙар һәм һалҡын һауа торошо фаразлана, әммә температура яйлап күтәреләсәк.
Синоптиктар бөгөнгә лә йүнле һауа торошо вәғәҙә итмәй: көслө (секундына 17 метрға тиклем) ел иҫә, яуым-төшөм көтөлә. Ямғыр яуғанда юлдарҙа күреү мөмкинлеге 1-2 километрға тиклем кәмеүе ихтимал, тип иҫкәрттеләр транспорт министрлығында.
Автор фотоһы.