Илһөйәрлек рухындағы сараның тантаналы өлөшө Хәрби һәм хеҙмәт даны аллеяһына веноктар һалыу менән башланды. Район етәкселеге, махсус хәрби операция ветерандары, йәмәғәтселек вәкилдәре һәм битараф булмаған халыҡ аллеяға килеп, батырҙар иҫтәлегенә сәскәләр һалды. Был миҙгел һәр кемдең күңелендә ғорурлыҡ хисе уятты. Был — тарихты хөрмәт итеүҙең, батырҙарға рәхмәт белдереүҙең матур сағылышы.
— “Батырҙарыбыҙҙың кесе Ватаны” автойөрөшө йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә ҙур роль уйнай. Ул йәштәргә үҙ тарихын белергә, батырҙарыбыҙҙы иҫкә алырға һәм уларҙың ҡаһарманлығы менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Әлеге сара йәштәрҙә Ватанға мөхәббәт, тарихҡа хөрмәт хисе тәрбиәләй, — тине район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев һәм барлыҡ йыйылған халыҡҡа, ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе
— Балтаста уҙған автойөрөш киләсәктә лә дауамлы булыр, тип ышанабыҙ. Бындай саралар халыҡты берләштерә, Тыуған илгә мөхәббәт хистәрен көсәйтә һәм йәш быуынға рухи аҙыҡ бирә, — тип билдәләне үҙ сығышында “Хәрби туғанлыҡ” ижтимағи берләшмәһе рәйесе Фәрит Ғәлимов.
Артабан район Мәҙәниәт һарайы ҡаршыһынан автоколонналар старт алды. Патриотик рухтағы автойөрөш өс маршрут буйынса башҡарылды. Беренсеһе: Иҫке Балтас-Түбән Иванай-Уразай-Иҫке Тимкә-Мишкә-Көндәшле. Икенсе маршрут: Иҫке Балтас-Юғары Янаҡтай-Түбән Ҡарыш-Нөркә-Һәйтәк-Тусыбай. Өсөнсөһө: Иҫке Балтас-Шауяҙы-Түбән Һикеяҙ-Асау-Штәнде. Автойөрөш райондың иң йыраҡ ауылдарына ла барып етте.
Башҡортостан, Рәсәй, Еңеү байрағы күсермәләре менән биҙәлгән автомобилдәр маршрут буйынса билдәләнгән ауылдарға туҡтап, митингта ҡатнашты һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә булдырылған һәйкәлдәргә веноктар һалдылар. Һәр ауыл әлеге сараға етди әҙерләнгән — илһөйәрлек рухындағы шиғырҙар, йырҙар һәм бейеүҙәр тирә-йүнгә йәм өҫтәне. Ауылдарҙа юл буйҙарына теҙелеп баҫҡан ауыл халҡы автойөрөштә ҡатнашыусыларҙы ҡул болғап сәләмләүҙәре үҙе бер күркәм күренеш булды һәм халыҡтың берҙәм булыуын иҫбатлап торҙо.
“Батырҙарыбыҙҙың кесе Ватаны” автойөрөшө — Бөйөк Еңеүгә һәм батырҙарыбыҙға булған хөрмәтте күрһәтеүҙең бер сараһы ғына түгел, ә йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙең дә мөһим ысулы. Күңелдәргә үтеп инерлек миҙгелдәргә бай автойөрөш киләсәктә лә матур традицияға әйләнер, тип ышанғы килә.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.