Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Май , 10:15

Майҙың икенсе яртыһы һәм йәй башында ниндәй һауа торошо булыр?

Ямғырҙар дүрт көндә генә яуа. Ҡасанмы?    

Майҙың икенсе яртыһы һәм йәй башында ниндәй һауа торошо булыр?
Майҙың икенсе яртыһы һәм йәй башында ниндәй һауа торошо булыр?

Быйыл яҙ беҙгә бик күп сюрприздар әҙерләне, ҡар яуыуы, ямғырҙар, көслө ел кеүектәре бик оҡшаманы. Май байрамдарынан һуң һауа торошо нимә менән ҡыуандырасаҡ? Синоптиктар майҙың икенсе яртыһына һәм июндең беренсе яртыһына фараздарын әйтте.

Гисметео порталында хәбәр ителеүенсә, яҙҙың һуңғы айында ҡояшлы көндәр күп булыуы көтөлә, ә ямғырҙар – 20-24 майҙа ғына. Ай уртаһында көндөҙ термометр бағанаһы +23 градус билдәһенә яҡынлаша. Төнөн +14 градусҡаса йылыта. Ай аҙағына көндөҙ +20, төндә +12 градус булыуы фаразлана.

1 июндә көндөҙ +18 градус, ямғыр яуыуы көтөлә. Яуым-төшөм 6 июнгә тиклем фаразлана. Һуңынан ҡояшлы һауа торошо урынлашасаҡ. 8 июндә ҡапыл һыуыта. Төнгө һәм көндөҙгө һауа температураһы тигеҙләнә һәм +13 градус тәшкил итәсәк. Бындай һауа торошо бер нисә көн дауам итәсәк.

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: