Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Май , 14:45

Батырҙарға арнап һәйкәл асылды

Йылдар уҙған һайын Бөйөк Еңеүҙең ҡәҙәре арта ғына. Яу ҡырында ятып ҡалған батырҙарҙың исемдәре мәңге онотолмаҫ, уларҙың батырлығы — йәш быуын өсөн өлгө. Ошо изге маҡсатта Балтас районы Маты ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, батырҙарса һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған ауылдаштары исемен мәңгеләштереп, мөһабәт һәйкәл ҡуйылды.

Батырҙарға арнап һәйкәл асылды
Батырҙарға арнап һәйкәл асылды

Уҙған йылдың майында ауыл активистары яңы һәйкәл төҙөү тәҡдиме менән сыҡты. Барыһы ла шунда уҡ был изге эште хупланы һәм берҙәм фондҡа аҡсалата ярҙам йыя башланы. 31 майҙа уҡ буласаҡ һәйкәлдең төп урынын эшләү башланды. Оҙаҡ ваҡыт үтмәне, ғорур һәйкәл ҡалҡып сыҡты.

Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев тантанала ҡатнашып, матыларҙы иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы:

- Беҙ бөгөн Маты ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарҙың иҫтәлеген мәңгеләштерергә йыйылдыҡ. Был һәйкәл — тарихыбыҙға, батырҙарыбыҙға булған хөрмәт символы. Һуғышта ҡатнашҡан һәр кеше беҙҙең өсөн герой, уларҙың батырлығы киләсәк быуын өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. Ауыл халҡына әлеге изге эштә берҙәм булғанығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Һәйкәл мәңгелек булһын, батырҙар исеме онотолмаһын, — тине Илгиз Әхүәс улы үҙ сығышында.

Был — ябай һәйкәл түгел, ул — халыҡ хәтере, үткәндәргә хөрмәт, киләсәккә өмөт билдәһе. Һәйкәл асылыу ауыл халҡы өсөн генә түгел, ә бөтә район өсөн ҙур ваҡиға булды.

Матыларҙың һәм ситтә йәшәгән ауылдаштарҙың берҙәм көсө, күмәк ярҙамы менән төҙөлгән әлеге һәйкәл ауыл уртаһында урынлашҡан. Ул махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Зөфәр Вәхиев иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында ҡалҡып сыҡты.  Ике һәйкәл бергә — үткән менән бөгөнгөнөң, батырлыҡ менән хәтерҙең берлеге булараҡ ҡабул ителә. Был — ысын мәғәнәһендә халыҡ һәйкәле, халыҡ хәтере ул. Һәйкәлдәр берлеге — быуындар сылбырының дауамы.

Ошо изге эште башлап йөрөүсе Фәрзәнә Вәхиева, Әлтәф Вәхиев, ал-ял белмәй материалдар артынан йөрөп, һәйкәл төҙөлөүенә ҙур көс һалған Гөлнара һәм Илфат Сафиндар, уларҙың улдары Азат һәм Булат, Рәфил Ғилманшин, Зөләйха Мифтахетдинова, Шакир Сафин, Фәнзәл Кашапов, Зөһрә Вәхиева, эшселәргә ашарға пешереүселәр Нәсимә Сафина, Фидалия Вәхиева, Эльвера Солтанова, электр эштәрен башҡарыуҙа ҙур өлөш индергән Рәмзил Ғилманшин, Мөҙәрис Талипов, Рәшит Солтанов, Фәлғәт Ғарифуллинға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә матылар.

- Берҙәм тырышлыҡ менән һәйкәл төҙөлөшөн тамамланыҡ. Был изге, сауаплы ғәмәлдә ярҙамлашҡан һәр кешегә ҙур рәхмәт, айырыуса сит төбәктәрҙә йәшәгән һәм ярҙам ҡулы һуҙған ауылдаштарыбыҙға. Бар ерҙә лә бындай ҙур эште ауыл халҡы көсө менән үҙ аҡсаларына ғына башҡарып сыға алмайҙар, ә беҙ үҙебеҙҙең ауылдаштар берҙәмлеге, изге күңеллегеге менән еңеп сыҡтыҡ. Донъяларыбыҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ булһын, — тине һәйкәл төҙөлөшөнөң төп бағыусыһы Гөлнара Сафина. Уның һәйкәл төҙөүҙәге өлөшө, хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ул үҙенең күңел йылыһын, матди ярҙамын ҡыҙғанмай, ауылдаштарының иҫтәлеген мәңгеләштерергә булышты.

Һәйкәлде асыу тантанаһы Бөйөк Еңеү көнө алдынан үткәрелеүе осраҡлы түгел. Бирелә Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла яу ҡырҙарында баштарын һалған, еңеү менән ҡайтып тыныс тормошта йәшәп арабыҙҙан киткәндәр рухына изге Ҡөрьән аяттары уҡылды. Район Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауылдың йыр-моң һөйөүселәре тарафынан Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған концерт ойошторолдо, сарала ҡатнашыусыларҙы һалдат бутҡаһы менән дә һыйланылар. Тантаналы сара кисен барлыҡ тейешле янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәп, байрам салюты менән тамамланды.

Был һәйкәл — киләсәк быуындарға юл күрһәтеүсе үҙенсәлекле бер маяҡ, ул Ватанға мөхәббәт, тыуған ергә тоғролоҡ хистәрен тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнар, тип ышанабыҙ. Беҙҙең бурыс — үткәндәрҙе хөрмәтләү, бөгөнгөнө һаҡлау һәм киләсәкте хәстәрләү. Һәйкәл мәңгелек булһын, батырҙарыбыҙ исеме онотолмаһын!

Фирғәт Нәбиуллин.

Батырҙарға арнап һәйкәл асылды
Батырҙарға арнап һәйкәл асылды
Батырҙарға арнап һәйкәл асылды
Батырҙарға арнап һәйкәл асылды
Батырҙарға арнап һәйкәл асылды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: