Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Май , 12:45

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылап

Аяуһыҙ һуғышта ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алып, Солтанай ауылында митинг үтте

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылап
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылап

Солтанай, Ҡаракүл, Ҡушкүл ауылдарынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған митинг үтте.

Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Әминев сарала ҡатнашыусыларҙы оло байрам менән ҡотланы, ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын, иҫтәлеген һаҡларға саҡырҙы. Флүр Фәнүз улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған яугирҙарҙың әсәләре — Эльмира Сәфиуллина менән Гөлсинә Мирзинаға, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашып, яраланып ҡайтып ялда булған яугир Илмир Әбүбәкеровҡа ҡотлау открыткалары һәм 9 майҙа Асҡында үтәсәк Еңеү парадына саҡырыу ҡағыҙы тапшырҙы.

Тәбрикләү һүҙҙәре менән мәғариф ветераны Реваль Әхмәтйәнов та сығыш яһаны. Сарала ҡатнашыусылар обелискка венок һәм сәскәләр һалды, яуҙа һәләк булған, ҡайтып тыныс тормошта тырышып эшләп, аҙаҡ яраларҙан йәки олоғайып мәрхүм булған ауылдаштарын бер минут тын тороп иҫкә алды.

Илһөйәр Махатова.

Рәйсә Сәләхетдинова фотолары.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылап
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылап
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: