Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Май , 09:00

Йондоҙнамә (5 –11 май)

Тулыраҡ сайтыбыҙҙа:

Йондоҙнамә (5 –11 май)
Йондоҙнамә (5 –11 май)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Осор төрлө ваҡиғаға бай булмаҡсы. Шишәмбеләге хәл-ваҡиғалар ҡайһы бер планығыҙҙы боҙорға мәжбүр итер, моғайын. Кесе йомалағы тәҡдимдән йондоҙҙар ҡәтғи баш тартырға ҡуша.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Күптән башлаған ике эшегеҙҙе был арала мотлаҡ тамамлап ҡуйырһығыҙ. Юғиһә, артабан алға китеүегеҙ бик икеле. Йомала яҡын кешегеҙ менән арағыҙ боҙолоуы ихтимал.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Аҙна уңышлы буласаҡ, ләкин көтөлмәгән хәлдәр ҙә осрар. Бәғзеләрҙең башында яңы уй-фекерҙәр тыуыр. Кемдер уларҙы шунда уҡ бойомға ашыра башлар һымаҡ. Көткән аҡсағыҙ ваҡытында килер.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Йыш борсолорһоғоҙ. Юҡ-бар сәбәптәрҙән эсегеҙ бошор, башҡалар ҙа һеҙгә бәйләгән кеүек тойолор. Шаршамбыла ғаиләлә лә ҡаршылыҡтар булыр. Йомалағы хәлдәр бер аҙ күңелегеҙҙе күтәрер.

Буға (21.04 – 21.05)

Шишәмбелә ишеткән яңылыҡтан һуң ҡайһы бер эшегеҙҙе кисектереп торорһоғоҙ. Кесе йомалағы мәсьәләне үҙегеҙ генә хәл итерһегеҙ. Кемдер һеҙгә ниндәйҙер дәғүә белдерер.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Көндәр яҡшы килер. Шишәмбеләге хәбәрҙән кәйефегеҙ тағы ла күтәрелер. Ул ғаилә тормошона ҡағылыр. Йомалағы осрашыуҙан мотлаҡ ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Кемдер рәсми ойошманан яуап алыр.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Ҡайһы бер ваҡиға һеҙ уйлағанса бармаҫ та кеүек. Шулай ҙа ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмаҫһығыҙ, янығыҙҙа ярҙам итерлек кешеләр һәр саҡ булыр. Юлға ығырға йыынғандар сәфәрен бер аҙға кисектереп торор.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Шаршамбыла кире хәлдәр көтөлә. Ғөмүмән, аҙна йомғаҡтары яҡшы булмаҡсы. Кесе йома  һөйләшеү өсөн уңайлы – теләһә кемде лә үҙ яғығыҙға еңел генә ауҙарырһығыҙ. Ошо арала яңы таныштарығыҙ өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙырыр.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Аҙна бер аҙ икеле башланыр. Күпселек ваҡытығыҙ буш һөйләшеүҙәр менән үтер. Етди мәсьәләләр менән булышырға һис форсатығыҙ булмаҫ. Шаршамбыла ыңғай яңылыҡтар ишетерһегеҙ. Артабан тормошоғоҙ ҡәҙимгесә барыр.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Был арала йондоҙҙар һис ашыҡмаҫҡа ҡуша. Көсөгөҙҙән килмәгән эшкә тотоноп, һемәйеп ҡалыуығыҙ ҙа бар. Шаршамбынан һуң дәрт-дарманығыҙ артҡанын асыҡ һиҙерһегеҙ. Йомала ҡыуаныу өсөн етди сәбәп булыр.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Көндәр тыныс һәм мәшәҡәтһеҙ килмәксе. Әллә ни ҙур уңыштар көтөлмәһә лә, мәл йомғаҡ яһау һәм фекер төйнәү өсөн уңайлы. Бәғзеләр шәхси мөнәсәбәттәрен ыңғай яҡҡа үҙгәртер, кемдер киләсәккә маҡсаттарын асыҡлар.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Был арала иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар күбәйер. Күптәр өмөтлө күренгән өр-яңы эшкә тотонор, элекке бәйләнештәрен яңыртыр. Кесе йома айырыуса уңышлы көтөлә – уйламағанда аҡса, бүләктәр алырһығыҙ кеүек.

ӨМӨТБАЙ.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2025-05-04/yondo-nam-5-11-may-4212512

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: